Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылында иман йорто асылды

Иглин   районының Ҡаҙаяҡ  ауылында  иман  йорто асылды 16.06.2015

Күп  милләтле халыҡтар төйәге булған  Ҡаҙаяҡта ике йөҙҙән ашыу мосолман йәшәй. Был ауылда мәсеткә тәүге нигеҙ ташы  теүәл бер йыл элек һалына. Ауылдаштары уға ипле, иманлы замандаштары Сабира инәйҙең исемен биргән.  

Ҡаҙаяҡ ауылындағы Сабира мәсете - Изге Рамазан айы алдынан Абдуллин Ринат Зыя улы һәм уның яҡындарынан  ауылдаштарына оло бүләк . Мәсеткә ҙур сығымдар һалыусы Ринат ейәнен динле, иманлы итеп тәрбиәләүсе өләсәһе күптән инде гүр эйәһе булһа ла, уның дин юлындағы изге эшен бөгөн балалары дауам итеүе оло мәғәнәгә эйә.
Мәсет асыу тантанаһында  мәртәбәле сит ил ҡунаҡтары ҡатнашыуы  байрамды айырыуса  йәнләндерҙе.   Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты етәксеһе, баш мөфтөй  Тәлғәт Тажетдин  был төбәккә иман ҡайтыуын, мәсет манаралары ҡалҡыуын ҙур илебеҙ Рәсәйҙә ислам диненә, мосолмандарға  булған ихтирам  һәм хөрмәт билдәһе,тип белдерҙе.
«Сабира» мәсетен ҡаҙаяҡтар бөтә район ҡатнашлығында , күмәк көс менән бер йыл эсендә һалып сыға. Бинаның проектын  ҡатын-ҡыҙ, Лариса Бәхтиева эшләгән. Мәсет ыҡсым  бинаға әүерелһен өсөн һәр кеше ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән.
Мәсет асыу тантанаһын сабыр  ғына тамаша ҡылыусы  ағинәйҙәрҙең шатлығының сиге юҡ.
Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре иман нигеҙҙәренән ситкә  китмәй, үҙ ауылдарында эйә була ала.
Ҡаҙаяҡ ауылы  Иглин районында иман йорто ҡалҡҡан егерме беренсе ауыл. Яҡташтарының оло шатлығын Федерация советы ағзаһы Рафаэль Зинуров та уртаҡлашты.
Рәсәй мосолмандарының Ислам динен ҡабул итеү байрамына Ираҡ иленән килгән юғары  ҡунаҡ шәйех Абдразаҡ Абдрахман хәҙрәт Сәғди хәҙрәт тә төрлө милләт халыҡтарына үҙ динен тотоу иреклеге биреүсе Башҡортостан һәм Рәсәй етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шәйех  Абдразаҡ, Абдрахман Сәғди хәҙрәт: «Башҡортостан һәм Рәсәй етәкселәренә рәхмәт. Ил башлыҡтары һеҙгә дин тотоу иреклеге бирә. Халыҡ татыу, бергә йәшәй. Мәсет асылыу тантанаһында ҡатнашыу минең өсөн оло мәртәбә.Төрлө милләттәр бер-берегеҙҙе хөрмәт итеп, мөхәбәттә, татыулыҡта йәшәгеҙ».
Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылында үткән  сараны яҡшы һүҙгә, итәғәтле мөнәсәбәттәргә сарсаған  халыҡ шифалы ләйсән ямғырылай  ҡабул итте. Бөгөнгө осрашыуҙан  беҙ Ҡаҙаяҡта   заман ауырлығынан ҡурҡмаған, ғүмерен үкенесһеҙ итеп, дин юлында үткәрергә тырышҡан  кешеләр йәшәгәненә инандыҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку