Иглин районында йәшәүселәр бөгөн район үҙәге өҫтөндә өйөрмәле ҡойон уйнауына шаһит булған

Иглин районында йәшәүселәр бөгөн район үҙәге өҫтөндә өйөрмәле ҡойон уйнауына  шаһит булған 11.08.2014

Ҡуйы ҡара болот эсендә хасил булған өйөрмә тиҙ арала тирә-яҡтағы болоттарҙы ла үҙенә тарта башлаған.

Бәхеткә,  ғәрәсәт ергә төшөп өлгөрмәгән. Ваҡиға шаһиттары әйтеүенсә, беҙҙең шарттарҙа бик һирәк күҙәтелгән тәбиғәт күренеше күктә килеш юҡҡа сығып тынған. Шуныһын да өҫтәп әйтергә мөмкин, өс йыл самаһы өйөрмә йәнә Иглин районында теркәлде. Ул ваҡытта лә ҡойон зыян килтереп өлгөрмәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика