Иглин районында йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә 4-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланы 04.11.2015

Төбәктә үткән йәмәғәт ойошмаһының сираттағы отчет-һайлау ултырышында эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Иглин районы республиканың күп милләтле төбәктәренең береһе. Унда башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәй. Милли-мәҙәни ойошмалар ҙа  эшләп килә. Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы ла төбәктә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Күпселек милләттәштәребеҙ кеүек үк уларҙы ла туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, уны киләсәк быуындарға еткереү мәсьәләһе борсой.

Ултырышта район башҡорттары ҡоролтайының яңы башҡарма комитеты һәм уның рәйесе һайланды. Төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙ оло ҡорға үҙ вәкилдәре өсөн дә тауыш бирҙе. Иглиндән 21 ноябрҙә үтәсәк Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында  4 делегат ҡатнаша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика