Иглин районында йәшәүсе Айрат Йосопов  һуғыш осоро балаларының  күргән-кисергәндәрен туплап китап сығармаҡсы 06.05.2016

Уҙаман күп йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән. Ошо көндәрҙә  уға 85 йәш тула. Айрат Исмәғил улына «Иглин районының почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы йылдан -йыл һирәгәйә. Мәктәптәрҙә Еңеү байрамы алдынан осрашыуҙарға һуғыш ваҡытында   тылдағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә үткәргән өлкәндәр саҡырыла. Атай-ағайҙары  фашистҡа ҡаршы яу яланында һуғышһа, улар  көрәк, ураҡ тотоп еңеүҙе яҡынайтҡан. Быуыны нығып та өлгәрмәгән үҫмерҙәр ауыр эшкә егелгән.
Айрат Йосопов,  Иглин районының почетлы гражданины:  «Атайҙы һуғыштың икенсе көнөндә үк фронтҡа алдылар.  Әсәйем  балалар  менән яңғыҙ ҡалды. Мал аҫыраныҡ. Дәүләткә йылына 40 килограмм ит, 600 литр һөт, йөн бирергә план ҡуйҙылар.Үҙебеҙҙең тамаҡты аҫырау һәм дәүләт өсөн эшләнек тә, эшләнек. «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән лозунгыһы беҙгә көс бирә ине».
Ул саҡтарҙы  оноторлоҡ түгел. Айрат Исмәғил улы   шанлы йылдарҙағы иҫтәлектәрен  бер йыйынтыҡҡа тупламаҡсы. Хәтер китабында һуғыш осоро балалары кисергәнде, уларҙың  ауырлыҡта сынығып үҫеүен тәфсирләй.  
Айрат Йосопов, Иглин районының почетлы гражданины: «Беҙҙең быуын хеҙмәт менән үҫте. Ә эш кешенең холҡон  тәрбиәләй. Яҙмышыбыҙ нисек кенә ауыр булмаһын, ғәҙел, намыҫлы  булып, илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып буй еткерҙек.Мин 24 йыл судья булдым».
Айрат Йосопов ғүмерен  хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәткә бағышлаған. Оҙаҡ йылдар Иглин районы судын етәкләгән. Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығын ҡаршы алғанда ул үҙенең 85 йәшен билдәләй. Матур ғүмер байрамына бүләктәр менән «Иглин районының почетлы гражданины» тигән маҡтаулы исем дә бирелде.  
Хаҡлы ялда булһа ла уҙаман тик ултырыуҙы өнәмәй. Иң ҙур байрам алдынан мәктәптәрҙә сығыш яһарға һәр көнө алдан билдәләнгән. Йәш быуынға һуғыш ваҡытында  нисек көн күргәндәрен, йәшәргә ынтылғандарын һәм Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡандарын һөйләйһе бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика