Иглин районында урынлашҡан Көҙәй йорт-интернатында өлкәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн хәйриә концерты үтте

Иглин районында урынлашҡан  Көҙәй йорт-интернатында  өлкәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн хәйриә концерты үтте 26.08.2016

«Изгелек ҡыл» социаль хәрәкәте ағзалары тарафынан ойошторолған сара сағыу сығыштар менән байытылды. Бағыусылар интернатта йәшәүселәргә мул бүләктәр ҙә алып килгән.

Әлмира Ханова, Көҙәй өлкәндәр һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йорт-интернаты директоры: «Беҙ был бағыусылар менән күптән түгел генә танышһаҡ та бик ҡәнәғәтбеҙ. Улар тиҙ арала күләмле проекттарға тотондо. Беҙгә сағыу концерт ҡуйҙылар, бүләк тараттылар».
Концертта баш ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашты. Хәйриә ярҙамын  Зорге урамының бишенсе йортонда урынлашҡан һаҡлыҡ банкы бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә күрһәтте. Улар  мохтаждарға шәхси гигиена әйберҙәре һатып алған. Дим тимер юл  станцияһы хеҙмәте вәкилдәре артистарға транспорт бүлгән.
Дарья Акалелова, «Изгелек ҡыл» социаль хәрәкәте етәксеһе:
«Беҙ үҙ эшебеҙҙе концерт ҡуйыуҙан башланыҡ. Бында йәшәүселәр үҙен өйҙәге кеүек хис итһен өсөн  киләсәктә интернаттың тирә-яғын кәртәләп, йәшелсә-емештәр үҫтереү өсөн баҡса булдырасаҡбыҙ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка
акалелова дарья
29.08.2016 18:16:49
В репортаже не верно указана моя фамилия (Акалелова-так верно).возможно это исправить?

Возврат к списку


Яндекс.Метрика