Иглин районында социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр - һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында

Иглин районында социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр - һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында 29.12.2016

Урындағы эшсе комиссия тарафынан ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүселәргә ҡарата профилактик рейдтар даими ойошторола. Ләмәҙ ауыл советы биләмәһендә генә күп балалы дүрт ғаилә иҫәпкә ҡуйылған.

Сәбәптәр төрлө. Опека органдарын йәшәү шарттарының насар булыуынан бигерәк ата-әсәләрҙең эскелек менән мауығыуы борсоуға һала. Әңгәмәләр һөҙөмтә бирмәй икән, ҡәтғи саралар күрелә. Кескәйҙәрҙе социаль учреджениеларға ебәреү мәсьәләһе күтәрелә.
Рейд барышында эшсе төркөм ағзалары Оло Ҡарамалынан Хәлитовтар ғаиләһен иҫәптән алыуҙарын белдерҙе. Ни тиһәң дә, улар өйҙә тәртип булдырған, балаларының тамағы туҡ, үҙҙәре лә бөхтә кейенгән. Йәш әсә тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй, икеһенең дә хәҙер эш урындары бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика