Иглин районында рөхсәт ителмәгән сүплек мәсьәләһе хәл ителде

Иглин районында рөхсәт ителмәгән сүплек мәсьәләһе хәл ителде 27.06.2016

Ай самаһы элек Келәш ауыл халҡы беҙҙең редакцияға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Уларҙы ауылдарына илтеүсе юлдың сүп-сар менән тулыуы, шул арҡала тирә-яҡҡа насар еҫ таралыуы борсой ине.

Хәҙер полигон биләмәһенә инеү ҡәтғи - тик пропусктарҙы күрһәтеп, үткәреү пункты аша ғына. Ике аҙна эсендә  ауыл халҡы йөрөгән юлды ҡаплап барған сүп-сарға бәйле ҙур мәсьәлә хәл ителде: ҡарауыл пункты барлыҡҡа килде, полигонға илткән юл төҙөкләндерелде. Йылдар буйына йыйылып килгән 10 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар кәртәләнгән махсус полигонға күсерелде.

Сүп-сарҙы таҙартыу эштәре яңыраҡ ҡына башланһа ла, һөҙөмтәләр менән ауыл халҡы әле үк ҡәнәғәт, тип әйтергә була.

Полигонды ут төртөү осраҡтарынан да һаҡлайҙар. Яҡын киләсәктә бында сүп-сар заманса  ысул менән үтилләштереү ҡаралған. Улар сорттарға айырып ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү заводына оҙатыласаҡ. Әле лицензия алыу ғына ҡалған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика