Иглин районында муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур

Иглин районында муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур 19.07.2014

Әлеге ваҡытта төбәктә Алаторка -Охлебинин ауылдары араһындағы юлда капиталь ремонт башҡарыла.

Әлеге ваҡытта төбәктә Алаторка -Охлебинин ауылдары араһындағы юлда капиталь ремонт башҡарыла. Яңы Березовка ауылы янындағы юлдың емереклегенә зарланып, Иглин районы халҡы һуңғы биш йылда ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгәйне. Беҙҙең архивта һаҡланған кадрҙарҙан күренеүенсә, соҡор-саҡырлы юл урындағы халыҡтың да, водителдәрҙең дә кәйефен ҡырҙы. Улай ғына ла түгел, был хәл водителдәрҙең кеҫәһенә лә һуҡты - һуңғылары таушалған юлдан үткәндән һуң, машиналарын төҙәтеүгә күп аҡса сарыф итте. Радик Гәрәев, Татар Юрмашы ауылында йәшәүсе: «Был юлдан үтеү машинаны ремонтлау тигән һүҙ. Автомобилдең частары бындағы соҡор-саҡырға сыҙамай». Ниһәйәт, быйыл юл мәсьәләһе ыңғай хәл ителә. Май айында юл ҡатламын яңыртыу башланған. Әлеге ваҡытта ремонт эштәре тулы ҡеүәтендә бара. Әлеге ваҡытта юл өлөшөндә асфальт һалыу эштәре тамамланған. Эшселәр юл ситтәрен нығытыу менән мәшғүл. Ауыл халҡын шатландырып, яңы юл сентябрь айына сафҡа инәсәк. Быйыл Иглин районында юлдарҙы тәртипкә килтереүгә юл төҙөлөшө фондынан 40 миллион һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта Ҡыҙыл Восход ауыл биләмәһендә, Ҡарамалы - Шипов ауылдары араһындағы юлда ла ремонт эштәре башҡарыла. Йәйге миҙгелдә барлығы 15 километр оҙонлоҡта муниципаль юлдарҙы төҙөкләндереү күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку