Иглин районында быйыл иҫкергән торлаҡтан 400-ҙән ашыу кешене күсереү күҙаллана

Иглин районында быйыл иҫкергән торлаҡтан 400-ҙән ашыу кешене күсереү күҙаллана 22.07.2014

2013 йылда тәүгеләрҙән булып республиканың адреслы программаһына Иглин һәм Көҙәй ауылдарынан 33 йорт индерелгән.  

Авария хәлендәге йорттарҙың 25-е район үҙәгендә урынлашҡан. Әнифә һәм Рәүеф Әхмәтшиндар иҫкергән фатирҙарын бынан бер нисә йыл элек, төҙөлөш-монтажлау поезында эшләгән сағында уҡ алған булған. Олоғайған ғаилә йорттарына ут яғып, һыу ташып йәшәгән. Ҡыштарын иҙәндәр һыуыҡ булғанға күрә, Әнифә ханым быймаһын да сисмәгән. «Иҫкергән торлаҡ» программаһы арҡаһында уларҙың торлаҡ шарттары яҡшырасағына ғаилә һаман ышанып етмәй. Яңы торлаҡты Әхмәтшиндар ғаиләһе башҡа 24 йорттан күсеүселәр кеүек үк, район үҙәгенең «Дуҫлыҡ» биҫтәһенән ала. Яңы биҫтә тулыһынса таҙартыу ҡоролмалары, үҙәк һыуүткәргескә тоташтырылған. Бында автомобиль туҡталҡаһы, балалар баҡсаһы һәм кибеттәр ҙә бар. Районда иҫкергән торлаҡтан күсереү 2017 йылға тиклем дауам итәсәк. Барлығы бер мең кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү күҙ уңында тотола. Миҙхәт Солтанов, Иглин районының баш архитекторы: «Программаның беренсе этабына ярашлы, ике йортта төҙөлөш тамамланып килә. Әле йорттарҙың береһендә биҙәү эштәре алып барыла. Сентябрь айына уны файҙаланыуға тапшырырбыҙ, тип ышанабыҙ. Икенсе йорт шулай уҡ йыл аҙағына тиклем сафҡа инәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку