Иглин районында алма байрамы

Иглин районында алма байрамы 18.08.2014

Йыл һайын уҙғарылған сарала  аш-һыу, халыҡ тауарҙарынан күргәҙмә ойошторолдо.

Иглин районының тәжрибәле умартасылары - Шәүәлиевтар төбәктә үткән бер генә йәрминкәне лә ҡалдырмай. Ике тиҫтә йылдан ашыу ҡорт ҡараған ғаилә умарта тотоу нескәлектәренә балаларын да өйрәткән. Әйткәндәй, Иглин республикала ҡортсолоҡ тармағы үҫешкән райондарҙан һанала. Әлеге ваҡытта төбәктә 19 меңләп башҡорт бал ҡорто күсе иҫәпләнә. Былтыр, мәҫәлән, 300 тонналап бал айыртылған.

Байрам сиктәрендә төбәк йүнселдәре ҡул эштәренән  күргәҙмә лә ойошторҙо. Иглиндәргә тиҫтәләп алма төрө тәҡдим ителде. Шулай уҡ уларҙы тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде.

Байрамдың рәсми өлөшө сәхнә түрендә дауам итте. Төбәктең билдәле үҙешмәкәр ижади коллективтары сығыштары бер-береһен алыштырып ҡына торҙо. Сәхнәнән яңғыраған  йыр-бейеүҙәр ауыл хужалығы продукцияһын ҙурлауға ҡоролдо.

Байрамда ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ә инде сара үҙе йәйҙең иң татлы һәм сағыу байрамы булараҡ хәтерҙә ҡалды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку