Иглин районында Афған һуғышында һәләк булған яугир-интернационалистар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Иглин районында Афған һуғышында һәләк булған яугир-интернационалистар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды 30.09.2014

Уларҙың икәүһе Урман мәктәбендә  урынлаштырылды.

 Тап ошо белем усағында 80-се йылдар уртаһында Рәлиф Нуриманов менән Валерий Климов белем алған. Уҡыуҙы тамамлағас, егеттәр илдең Ҡораллы Көстәренә алына. Әммә «ҡыҙыу нөктә»лә улар үлемесле йәрәхәтләнә. Яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ҡуйылған мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһына мәрхүмдәрҙең яҡындары һәм мәктәп уҡыусылары саҡырылды. Унда сығыш яһаусылар хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Мемориаль таҡтаташ асыу башланғысы менән иң тәүҙә республиканың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге сығыш яһай. Уның рәйесе Тимерйән Рәжәпов әйтеүенсә, йәш быуын үҙ геройҙарын оноторға тейеш түгел. Ошо уҡ көндө Оло Тәләк ауылы мәктәбендә лә Афғанстанда һәләк булған Николай Новиковтың иҫтәлегенә арнап тағы ла бер таҡтаташ асылды. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку