Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында  умартасыларҙың семинары үтте 31.07.2015

Төбәк умартасылары күстәрҙе ҡышҡылыҡҡа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Июлдә йүкә сәскә атҡан мәлдә   ямғырҙар башланды , шуға  умартасылар мул уңыш менән маҡтана алмай. Тимәк, данлыҡлы Иглин балы  быйыл ҡиммәт буласаҡ.

Күс көслө,ҡышлау өсөн өҫтәмә туҡландырыу кәрәкмәй. Рәшит Рәйес улы  иртә таңдан умарталарҙың торошон тикшерә. Уның алты йөҙҙән ашыу күсе бар. Республикала иң күп умарта аҫыраусыларҙың береһе ҡортсолоҡ менән  утыҙ йылдан ашыу шөғөлләнә. Умарталыҡ Иглин районының йүкә урманында.
Ҡортсолар  алдында яуаплы мәл етте-  августа   күстәрҙе ҡышлатыуға әҙерлек башлана. Иглин умартасылары йыл һайын ошо ваҡытта бергә йыйылып фекер алышырға күнеккән. Семинар икенсе тапҡыр  Рәшит Аҙнабаевтың умарталығында үтә.
Район умартасылары алдында торған  мөһим бурыстарҙың береһе - башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы һаҡлап ҡалыу. Үзбәк, Карпат ҡорттарын индермәү буйынса эш алып барыла. Яңы Троицк ауылында йәшәүсе Илүсә Хәсәнша ҡыҙы ла  инә ҡорттар үрсетә.
Төбәктә  ҡорт тотоусылар  артҡандан арта бара. Һуңғы дүрт йылда ғына ул ике тапҡыр күбәйгән.  Түбәнге Ләмәҙ ауылында барлығы дүрт мең биш йөҙ, ә район буйынса ун туғыҙ меңдән ашыу күс   иҫәпләнә. Ауыл  экология яғынан таҙа, матур урында урынлашҡан. Шуға күрә бал йәрминкәләрҙә лә еңел үтә, килеп тә алалар , ти умартасылар.
Быйыл бал элекке йылдар менән сағыштырғанда, аҙ булыу сәбәпле хаҡы ла ҡиммәтерәк булыр тип фаразлайҙар. Умартасылар төшөнкөлөккә бирелмәй. Бәлки, алдағы  йыл уңышлыраҡ булыр. Шифалы, татлы ризыҡҡа һәр заманда ла ихтыяж булған, буласаҡ. Шуға ла бал ҡорто  тотоусылар бер ҡасан да отолмай. Тиҙҙән  йәрминкәләр башлана. Иглин  умартасылары быйылғы уңышын Өфөгә  22 августа  алып килә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика