Иглин районы Әмир ауылында йәшәүсе һуғыш ветьераны Әхмәтзәки Саҡаевтың тиҫтерҙәренә илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлау бурысы ята 05.05.2016

Әхмәтзәки Нурлығаян улы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең көнсығыш сиген япон самурайҙарынан һаҡлай.  Сахалин, Курил утрауҙарын, Порт-Артур ҡалаһын, Манчьжурияны азат итеүҙә ҡатнаша. Алыҫ Көнсығышты япон интервенттарынан азат итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн Сталиндан рәхмәт хаты ла ала.

Әхмәтзәки Саҡаев Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны. Аталы-уллы  Әхмәтзәки һәм Нурғаян Саҡаевтарға һуғышҡа повестка 1942 йылдың 15 авгусында  килә. Атай кеше - көнбайыш йүнәлешендәге ғәскәрҙәргә, улы көнсығышҡа - Тымыҡ океан флотына эләгә.
Атаһы Нурлығаян Саҡаев Сталинградты азат итеүҙә ҡатнаша. Кенигсбергҡа тиклем ҡатмарлы яу юлдары үтә. Һуғыштан ауыр яралар менән ҡайта. Улына атаһын тереләй күреү насип булмай. Яугир йөрәге   яраларҙы күтәрә алмай. Был ваҡытта Әхмәтзәки илебеҙҙең көнсығыш  сиген һаҡлай. 1945 йылдың сентябрь башында квантун армияһын тар-мар  итеүҙә ҡатнаша.
Бер ғаиләнән генә ике һалдат яҙмышы. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған яугир яҡындары хаҡында хәтирәләр менән йәшәй. Үҫеп килеүсе йәш быуын илебеҙ тарихын яҡшы белһен өсөн
Бөйөк Ватан һуғышына бәйле материалдарҙы, фотоһүрәттәрҙе ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлай. Лайыҡлы тормош юлы үткән, илебеҙгә яҡшы белгестәр үҫтергән уҙаман мәктәптәрҙә  көтөп алған хөрмәтле ҡунаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика