Иглин районы үҙәгендә 43 ғаилә өй туйлай

Иглин районы үҙәгендә 43 ғаилә өй туйлай 22.01.2016

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы, уларға яңы фатир асҡыстары  тапшырылды.  

Олеся менән Рөстәм Ғәниевтар ата-әсәһе менән бергә ошо тар  ғына бүлмәлә ун биш йылдан ашыу  ғүмер иткән. Торлаҡта  бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар юҡ. Һыуҙы ситтән ташырға тура килгән.
Йортто мейес яғып йылытҡандар.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 21-се быуатта ла район үҙәгендә ошондай хәлде күҙәтергә була. Әммә Ғәниевтар өсөн ул тарихта ҡаласаҡ. Улар фатирлы булды. Ниһайәт, ғаилә яңы тормош менән йәшәй башлай.
Олеся һәм Рөстәм Ғәниевтар, фатир хужалары: «Фатирға газ ғына тоташтырырға ҡалған. Уныһын да эшләһәләр, хатта төндә лә күсергә ризабыҙ. Ҡулыбыҙҙа асҡыс бар».
Иглин районы  үҙәгендә авария хәлендәге торлаҡта йәшәүсе 43 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды. Өй туйлаусылар  шатлығын йәшермәй.
Асҡыс тапшырған ваҡытта фатир хужалары менән  бөтә инженер хеҙмәттәр ҙә килешеү төҙөнө.
2017 йылға тиклем  Иглинда 145 кеше яңы торлаҡлы буласаҡ. Күҙәйҙә 192 кеше өсөн  яңы йорт төҙөү күҙаллана. Проекттың өсөнсө этабында Урман һәм Охлебинин ауылдарында авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку