Иглин районы үҙәгендә 110 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөлә

Иглин районы үҙәгендә 110 урынлыҡ  яңы балалар баҡсаһы төҙөлә 20.08.2014

Объект  2015 йылдың авгусында сафҡа инергә тейеш. Яңыраҡ нигеҙ һалынған учреждениела эштәр йылдам бара. Баҡсаның файҙаланыуға тапшырылыуын урындағы халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә.

Бөгөн Иглиндә дүрт йөҙгә яҡын бала баҡсаға сират көтә. Район хакимиәте мәктәпкәсә учреждениеларҙа өҫтәлмә төркөмдәр асып уларға урын булдыра. Әммә мәсьәлә яңы төҙөлөштәр иҫәбенә хәл ителергә тейеш. Демография күрһәткестәре лә өмөтлө: Иглин районында быйыл ғына 2-нән 7 йәшкә тиклемге балалар һаны 100-гә артҡан.
Миҙхәт Солтанов, баш архитектор: «Әле төҙөлөш барған урындабыҙ. Был бик кәрәкле объект. Һуңғы йылдарҙа балалар һаны артты. Балалар баҡсаһы киләһе йылға асылыр тигән өмөттәмен».
Балалар баҡсаһы 4-се дөйөм белем биреү мәктәбе эргәһендә төҙөлә. Мәктәпкәсә учреждениеға ихтыяж - күптән көн талабы. Төҙөүселәр әйтеүенсә, балалар баҡсаһы киләһе йылға әҙер буласаҡ. Былтыр Иглин районында капиталь ремонт иҫәбенә кескәйҙәр өсөн 100 өҫтәлмә урын булдырылған. Быйыл был күрһәткес тағы ла арта төшкән. Тәрбиәләнеүселәр өсөн 257 урын барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, тиҙҙән Алатыр ауылында 250 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы ла асыласаҡ. Районда мәктәпкәсә учреждениеларға сират мәсьәләһе эҙмә-эҙлекле хәл ителә, тигән фекерҙә белгестәр. Миләүшә Таһирова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку