Иглин ауылында  йәшәүселәр үҙҙәренең баҡса артында башланған  төҙөлөшкә ҡаршы 29.09.2014

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, йорттар һалыу законһыҙ башҡарыла. Төҙөүселәр ялған  документтар буйынса эш итә. Быға тиклем бер кемгә лә кәрәкмәгән  ергә кем ҡыҙыҡҡан?

Ҡурҡыныс янауҙарға Светлана Алексеевна күнегеп бөткән. Элек Тепловтарҙың баҡса артын һандуғастар сутылдашыуы йәмләһә, хәҙер көн дә битәрләшеүҙән шаулап тора. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштар бында кире әйләнеп тә килмәҫтәр, сөнки туғай ҡырҡыла. Ике аҙна элек 20 сутый ерҙә Кирилл Васильев йорттар һала башлаған. Урындағылар әйтеүенсә, төҙөлөш законһыҙ алып барыла.

Йәш егет ҡыйыу һөйләшә, документтар күрһәтә. Йәнәһе лә, ерҙе ул Мәсәлимов фамилиялы риэлторҙан һатып алған. Яңы участканы кәртәләп алғас, Тепловтарҙың баҡсаһына ингән юл да ябыла. Йорттарҙың бер-береһенә яҡын ултырыуы янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ла ҡаршы килә.

Ай үҫәһен көн үҫә тигән принцип хас был төҙөлөшкә лә. Йорттарҙың нигеҙе бер нисә көн эсендә ҡоролған.

Һаҙлыҡты ҡом менән киптерергә йыйынған егет үҙе әйтеүенсә, закондарҙы «белә». Әйткәндәй, ер өсөн ыҙғыш тәүгеһе түгел. Светлана Теплова өйө эргәһендә ер алыусыларға ҡаршы биш йыл дауамында көрәшә. Мичурин тыҡрығын ҡыҫырыҡлап ер алып кәртәләп ҡуйған Яроцкий фамилиялы кеше менән былтыр суд булған. Тик бөтә тырышыуҙар бушҡа ғына.

Светлана Алексеевна хакимиәт юлын йылдар буйы тапай. Баҡса артындағы төҙөлөш буйынса ул өсөнсө тапҡыр килә. Ә ауыл хакимиәте башлығы нимә тиһен? Ерҙе файҙаланыу буйынса белгес бөгөн-иртәгә отпускынан сығырға тейеш.

Александр Киваев, Иглин ауылы хакимиәте башлығы: «Был эште тикшереү менән генә хәл итеп булыр. Тәүге осраҡта ла суд булды. Яроцкийҙа ла ерҙең шәхси милке икәнлеге тураһындағы документтары бар ине. Был юлы ла суд аша хәл итергә кәрәктер».

Миҙхәт Солтанов, Иглин ауылы хакимиәтенең баш архитекторы: «Осраҡ буйынса хакимиәттә эске тикшереү үткәрелде. Ерҙәрҙе бүлеп биреүгә ауыл хакимиәтенең ҡыҫылышы юҡ. Ер участкалары риэлторҙар баҫып алған. Беҙ эште хоҡуҡ һаҡлау органдарына бирҙек, Иглин районы прокуратураһына хат ебәрелде. Төҙөлөш туҡтатылырға тейеш».

Асыҡланыуынса, һуңғы йылдарҙа ғына Иглиндә ике йөҙгә яҡын законһыҙ төҙөлөш алып барыу осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе риэлторҙар менән бәйле. Осо-ҡырыйын табыу һәм мәсьәләгә нөктә ҡуйыу ҙа ниндәйҙер мөмкин булмаған хәл кеүек. Сөнки эштең икенсе осонда кем торғаны ла бер Хоҙайға ғына мәғлүм.

Рәмилә Исмәғилева


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика