Иглин ҡасабаһында йәш граждандарға Рәсәй паспорттары тапшырылды 20.12.2016

Йыл һайын Конституция көнө уңайынан 14 йәше тулған граждандарға тантаналы шарттарҙа Рәсәй гражданины паспорттары тапшырыу Иглин районында ла матур йолаға әүерелгән. Быйыл ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең төп документын район хакимиәте башлығы ҡулынан алды.

Ғафуан Шәйхетдинов, Иглин районы хакимиәте башлығы: «Тормошоғоҙҙоң мөһим өлөшөнә аяҡ баҫаһығыҙ. Рәсәй гражданины паспорты һәр кемгә ҡылған эштәре өсөн оло яуаплылыҡ өҫтәй».  
Алина Ғабдуллина менән Станислав Күзнецов өсөн Рәсәй Федерацияһы паспортын алыу иҫтәлекле мөһим ваҡиға. Өлкән быуын вәкилдәренең изге теләктәре йәштәргә фәтиха булып яңғыраны.
Алина Ғабдуллина, Байгилде лицейының 8-се синыф уҡыусыһы: «Бөгөн минең өсөн бик тантаналы көн. Тәүге документымды  ҡулыма алыуыма сикһеҙ шатмын».
Станислав  Кузнецов, Иглин ҡасабаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы: «Бында килеүемә бик шатмын. Ошо байрамды ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәтлемен».



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика