Һигеҙ ярым процентҡа ипотека

Һигеҙ ярым процентҡа ипотека 02.07.2015

Юҡ, әкиәт түгел, ысынбарлыҡ. Бындай мөмкинлекте Өфө ҡалаһының ипотеканы кредитлау агентлығы тәҡдим итә. «Горожанин» пилот проекты сиктәрендә түбән процент ставкалары менән йәнең теләгән ерҙән фатир алырға мөмкин. Программа күптән түгел генә эш башлауына ҡармаҫтан,  ҡатнашыусылар үҙ торлағын ала башланы.

Динис Арыҫланов торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ниәте менән байтаҡ банктар тупһаһын тапаған. Юғары процент ставкалары, кредит алыусыларға ҡуйылған ҡаты талаптар егеттең өмөтөн һүндергән дә булған. Компьтер технологиялары менән шөғөлләнгән Динис бер мәл интернетта Өфө ҡалаһының ипотеканы кредитлау агентлығы сайтына барып эләгә. «Горожанин» проекты шунда уҡ ҡыҙыҡһындырҙы, ти егет.
Динис Арыҫланов: «Күпме эҙләп тә бындай түбән процентлы ипотека таба алманым. Дәүләт программаһы булғас алданыу ҡурҡынысы ла юҡ. Кредитты һигеҙ ярым процентҡа ғына алдым. Ун йылға айына ун биш мең һцм ғына түләргә кәрәк буласаҡ. Бик тә уңайлы шарттар, тип уйлайым».
Банктарҙан айырмалы  Өфө ҡалаһының ипотеканы кредитлау агентлығында ҡағыҙ эше тиҙ эшләнә. Динистың ғариза яҙыуына күп тә түгел. Бөгөн ул яңы фатирға хоҡуҡи документтар һәм бүләктәр алды.
«Горожанин» программаһында баш ҡалала йәшәүсе теләгән һәр кем ҡатнаша ала.   Түбән ставкаларҙан ҡурҡырға ярамай, ти агентлыҡ вәкилдәре. Программа банктар ярҙамынан тыш һәм  тикшерелгән төҙөлөш компаниялары менән эш итә. Әле был проектҡа 5 төҙөлөш ойошмаһы ҡушылған.
Никита Ханенко, Өфө ҡалаһының ипотеканы кредитлау агентлығы хеҙмәткәре:
«Программала ҡатнашыу өсөн бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Республиканың башҡа райондарында  йәшәүселәр ҙә ҡатнаша ала. Әле  эре ҡалаларҙа алты төҙөлөш объекты ошо программа сиктәрендә эшләй. Ошо көндәрҙә тағы ла алты  торлаҡ төҙөлөшө ҡушыласаҡ».
Процент ставкалары һәр кешегә айырым билдәләнә. Бер ниндәй программаларҙа тормаған граждандарға һигеҙ ярымдан башланһа, Рәсәй ғаиләһенә торлаҡ проектында ҡатнашыусылар ставканы 7 процентҡа тиклем кәметә ала. Тәүге иғәнәнең ҙурлығы ла ипотека ставкаһына йоғонто яһай. Ул ни тиклем күп булған һайын проценттар ҙа кәмей.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика