Игеҙ түгел, игеҙәктәр 07.11.2015

Өфө ҡалаһының 93-сө урта мәктәбендә бер-береһенә туған булмаған, әммә йөҙгә һыу тамсыһындай оҡшаш ике ҡыҙ уҡый. Анна Арбузова менән Софья Булычованы музыка уҡытыусылары таныштырғансы улар үҙҙәренең оҡшашлығы тураһында белмәй ҙә. Уҡытыусылары балаларҙы фотоға төшөрөп гәзиткә ебәрә. Интернет селтәрендә лә был оҡшаш ҡыҙҙар бик күп бәхәс тыуҙыра.

Анна Арбузова уҡытыусыһы менән вокал серҙәренә төшөнә. 3-сө синыфта уҡыған ҡыҙ бәләкәй саҡтан уҡ сәхнәлә йырлай. Мәктәптә музыка дәресенә йөрөй башлауға ҡыҙҙың уҡытыусыһы уның икенсе уҡыусыға оҡшауын аңғара.
Гөлшат Ғәлимова, Өфөнөң 93-сө урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы:  «Аня вокалға миңә быйыл йөрөй башланы. Ә Соня менән 6 йыл шөғөлләнәбеҙ. Уҙған уҡыу йылы аҙағында Анна кемгәлер оҡшаған тип уйлай башланым. Миндә күп балалар шөғөлләнгәнлектән, бик үк иғтибар итмәнем. Аня тәүге дәрескә килгәс уның Соня менән ныҡ оҡшағанлығын аңланым. Һуңынан уларҙы бер-береһе менән таныштырҙым».
Ҡыҙҙар бер-береһен күргәс аптырап ҡала. Тәү ҡараштан был бик үк һиҙелмәһә лә, уларҙың йөҙ һыҙаттары оҡшаш. Икеһенең дә сәсен йыйып ҡуйһаң улар игеҙәк һымаҡ. Софья 6-сы синыфта уҡыһа ла, Анна унан бейегерәк. Уларҙың холоҡтары ла айырыла.
Софья киләсәктә журналист булырға хыяллана. Әле инглиз, немец телдәрен өйрәнә. Шулай уҡ вокал түңәрәгенә йөрөй.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Анна менән Софья туған түгел. Әсәләре лә оҡшамаған. Белгестәр әйтеүенсә, был күҙәтелә торған бик һирәк күренеш.
Дарья Прокофьева, медицина фәндәре кандидаты:  «Бындай күренеште гинетика күҙлегенән аңлатып була. Гендарҙағы мәғлүмәт беҙҙең күҙҙәр төҫө, бит формаһы һәм башҡа һыҙаттар ниндәй буласағын асыҡлай. Беҙҙең геномда, тышҡы ҡиәфәт билдәләрен контролдә тотоусы 20 меңдән ашыу ген бар. Уларҙың мең ярымы ғына эшләй. Ошо мең ярым гендың бер нисәүһе икенсе кешеләрҙеке менән оҡшауы мөмкин».
Шулай уҡ кешеләрҙең тамыры бер булғанлыҡтан оҡшашлыҡтар осрауы мөмкин, ти белгестәр. Бер популяцияла йәшәгән халыҡты бер-береһе менән алыҫ туғандар тип әйтергә лә була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика