Игеҙәктәрҙең байрам бүләге йәки күмәкләгән яу ҡайтарған 30.12.2015

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәүсе игеҙәктәр Булат менән Морат Иштановтар ҡар ярҙамында серле әкиәт донъяһын һынландырған. Изге башланғысҡа ауылдаштары ла ҡушылған. Хәҙер инде тотош ауыл күркәм әкиәт майҙансығын хәтерләтә.

Бер туғандарҙың тырышлығы арҡаһында  ауыл урамдарын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ғына түгел, төрлө әкиәт персонаждары, шул иҫәптән киләһе йыл символы ла биҙәй. Тырыш егеттәр балаларға һырғалаҡ эшләргә лә онотмаған.  
Иштановтарҙан ауылдаштары ла ҡалышмай, ҡарлы скульптуралар ижад итеүгә  дәррәү ҡушылған. Мауыҡтырғыс һәм файҙалы эштә  ауылдың олоһо ла кесеһе лә ҡатнашкан.
Күмәкләгән яу ҡайтарған ти, халык әйтеме. Берҙәм хеҙмәт менән Йәнтеш ауылы тотош әкиәт донъяһына сумған. Ә иң мөһиме улар тирәһендә балаларҙың шат тауыштары тынмай.
Йәнтеш оҫталарына афарин тип кенә әйтергә генә ҡала. Ҡар һындары ҡыш буйына ауылды йәмләп торасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика