Һигеҙенсе март байрамының тарихына күҙ һалһаҡ, ул революция менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғын яҡлау нигеҙендә барлыҡҡа килгән

Һигеҙенсе март байрамының тарихына күҙ һалһаҡ, ул  революция менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуғын яҡлау  нигеҙендә  барлыҡҡа килгән 07.03.2015

Заманалар үҙенекен эшләне- гүзәл заттар хәҙер ил менән дә идара итә, депутат, директор һәм башҡа абруйлы вазифаларҙы биләй. Ә ысынында ҡатын-ҡыҙ бәхете нимәлә һуң?  

Байрам көндәрендә Алла Александровнаны биш шатлығы бына ошолай иртән-иртүк  ҡотлай. Сәмиғуллиндарҙың иң кесеһе Анастасияға йәш тә ун ай-  иң олоһона ун алты йәш тулған. Байрам айҡанлы Игорь кекс бешергән. Улар көн дә иртәнсәк ошолай күмәкләп сәй эсә. Игорь, Александра, Виктория һәм Артем мәктәпкә йыйына, ә кескәй ҡыҙ  менән әсәләре уларҙы оҙтатып ҡала.
Алла Сәмиғуллина, күп балалы әсә: «Мин ун һигеҙ йәшемдә кейәүгә сыҡтым. Үҫмер сағымдан  күп бала үҫтерергә тигән хыялым булды. Ирем дә шундай уй менән йөрөгән.  Ғаиләлә балалар күберәк булған һайын улар бер-береһенә ярҙам итеп кешелекле булып үҫә. Ауыр булыр тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡмай. Киреһенсә, бер ике генә балалы ғаиләләргә ҡыйыныраҡ кеүек тойола».
Алла  менән Владимир йәшләй генә өйләнешкән. Баланы табыу түгел, ә бағыу һөнәр тигән халыҡ әйтеме бар. Алла Александровна   биш балаға баш булыу өсөн   ҡырыҫ та, тырыш та булырға  кәрәк тигән фекерҙә. Ә иң мөһиме һәр кескәй ата- әсә мөхәббәтен тойоп  үҫергә тейеш.      
Әсәнең бала тәрбиәләүҙән  тыш тағы бер яратҡан шөғөлө бар. Ул  - тегеү. Балалар береһе артынан береһе тыуып торғас дәүләт эшендә эшләргә мөмкинлек тә булманы ти Алла. Сәмиғуллиндар шәхси ательеһын да асып ҡараған. Һалым һәм  бинаны ҡуртымға алыу өсөн  хаҡтың юғары булыуын күтәрә алманыҡ ти. Хәҙер хужабикә өйҙә генә заказдар буйынса тегә.
Алла Сәмиғуллина, күп балалы әсә: «Минең өсөн әсәйем өлгө булды. Мин балаларымды  унан да күберәк һөйөү  менән тәрбиәләргә тырышам. Ҡатын-ҡыҙ бәхете әсә булыуҙалыр тип уйлайым».
«Беҙ биш бала үҫтек әсәй менән»  тигән йырҙағылай  балаларым тип йән атып, ғаилә усағын һаҡлап йәшәүҙән дә олораҡ бәхет юҡтыр ҡатын-ҡыҙ өсөн ти Өфө ҡыҙы.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку