Идарасы компаниялар йорттарҙы бүлешә алмай

Идарасы компаниялар йорттарҙы бүлешә алмай 02.10.2015

Өфөнөң Октябрь районындағы күп ҡатлы алты йортто «Прогресс»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ ҡарамағына алырға тырыша. Ә Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы   уларҙы  шулай уҡ ҡулдан ысҡындырырға теләмәй. Был низағта кем еңер?

Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең  урамда йыйылыш үткәреүе йыш күренешкә әйләнде. Бигерәк тә  пенсия йәшендәгеләр әүҙем.  Һуңғы айҙа  коммуналь түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан.  Бөтә бәлә  - идарасы компаниялар араһындағы низағта.  
Йорттарҙа йәшәүселәр яңы  йәмғиәт  алдаҡ юл менән  имза йыйған, уларҙы элекке документтарҙан да алып  ялған  протоколдар төҙөгән тип бара. Ысынлап та, ҡағыҙҙарҙа фатир хужаларының имзалары бар. Улар үҙҙәре  «Прогресс» өсөн тауыш бирмәүен билдәләй.Менделеев урамындағы өс, СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы бер һәм Клавдия Абрамовалағы ике йорт өсөн ике компания араһында көрәш бара. Имзалар нигеҙендә протокол төҙөгән ойошма йорттарҙың техник документтарын алыуға ирешкән. Ғәҙеллекте Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы  һәм «Прогресс»  йәмғиәте суд аша юллай.
Ольга Караева, Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы юрист-консульты:  «Беҙ 25 августа халыҡ менән йыйылыш үткәрҙек. Улар «Прогресс» менән ялған килешеүҙе туҡтатып Новостройка торлаҡ файҙаланыу участкаһы  өсөн тауыш бирҙе. Тик  яуаплылығы сикләнгән ойошма  йорттар өсөн документтарҙы бирмәй.Беҙ арбитраж суд аша был алты йортто кире ҡайтарырға йыйынабыҙ».
Ошондай уҡ хәл Калинин районының алтмыш алтынсы торлаҡ-файҙаланыу  участкаһында күҙәтелде. «Прогресс» банкрот итеп иғлан ителгән  «Квартал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт  урында төпләнгән. Тик элеккеһе йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән генә булышһа, «Прогресс»  квитанциялар  баҫып, коммуналь түләүҙәрҙе үҙенә йыйып ултырырға ниәтләй. Ә Октябрь районы торлаҡ хужалығы идаралығы үҙенең биләмәһендә  тағы бер идарасы барлыҡҡа килеүенә ҡаршы.  Күп ҡатлы йорттар  бик ҙур килем сығанағы күрәһең.
Дмитрий Иванов, «Прогресс»  идарасы компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте    директоры урынбаҫары:  «Беҙгә эшләргә бирмәйҙәр. Был йорттарҙа беҙ сентябрҙән бирле идара итергә хоҡуғыбыҙ бар. Торлаҡ хужалығы идаралығы  тәгәрмәскә таяҡ тыға. Улар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен ебәрә. Мәҫәлән, бер ихатаны йыйыштырырға уларҙан да  беҙҙән дә эшсе  килә».
Компаниялар араһындағы көрәштә кем еңер, ваҡыт күрһәтер. Идара итергә ынтылыусылар һәр ваҡыт булыр.   Халыҡҡа тейешле хеҙмәттәр күрһәтеү артҡы планға ҡалмаһын ине. Юҡһа, ҡала фатирҙарында йәшәүселәр подвалдарҙан насар еҫ сығыуына,  торба шартлағанда  ваҡытында белгестәр килеп етмәүенә һәм башҡа етешһеҙлектәргә зарлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку