Иң юғары вулкан нөктәһенән - Башҡортостандың баш ҡалаһына

Иң юғары вулкан нөктәһенән - Башҡортостандың баш ҡалаһына 11.05.2015

Өфөгә Шос һәм Брикс халыҡ-ара саммиттары флагы менән флешмобта ҡатнашыусылар килеп етте.

Ошондай уҡ флаг Рәсәйҙең иң бейек нөктәһе - Эльбрус тауы башына ҡаҙалған. Был тарихи ваҡиға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  экстремаль ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә ойошторолған.  Альпинистар экспедицияһында Башҡортостан спортсылары ла ҡатнашҡан, яҡташтарыбыҙ 5 мең 642 метр бейеклеккә күтәрелгән. Альпинистар әйтеүенсә,  флаг 1943-се йылда Баҡы нефть ятҡылыҡтарына юл тотҡан дошман илбаҫарҙарын ҡыуып сығарған совет һалдаттары иҫтәлегенә ҡуйылған.   Халыҡ-ара саммитарҙың  тағы бер символикаһы  Өфөгә килеп еткәнсе Рәсәйҙең биш ҡалаһын урап сыҡҡан. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Пятигорск, Элиста, Волгоград, Һарытау , Һамар ҡалаларында булған. Флагты Өфөгә тапшырыу тантанаһы Еңеү паркындағы «Мәңгелек ут» янында үтте.
Руслан Мирсаяпов, Башҡортостан республикаһы министры: «Шос һәс Брикс офис төркөмө  саммиттарҙың рәсми  флагын тапшырҙы.  Ул Өфө ҡалаһындағы музейҙа һаҡланасаҡ, киләһе быуындарға күрһәтер өсөн, тарих өсөн».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку