«Иң яҡшы төҙөүсе» республика конкурсы тамамланыуға яҡынлаша 01.08.2014

Быға тиклем Өфөлә штукатурҙар менән плитка һалыусылар көс һынашһа, бөгөн малярҙарға старт бирелде. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған буяу эше оҫталары обой йәбештереп күрһәтте.

Команда бирелеү менән Нефтекаманан килгән малярҙар звеноһының эшкә өйрәнгән ҡулдары йүгерә башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар етеҙ хәрәкәттәр менән обойҙарҙы ҡырҡып, стеналарҙы грунтлап, клей һөртөүгә тотондо. Һөнәре буйынса инде 5 йыл эшләүгә ҡарамаҫтан, бәйге тулҡынландыра, ти Рузилә Исламова.
Алда республика төбәктәренән йыйылған малярҙарҙы өс сәғәтлек оҫталыҡ ярышы көтә. Бәйгелә ҡатнашыусы 12 звеноның һәр береһенә бүлмә бирелә, уларҙан стеналарға обой йәбештереү талап ителә. Эш, әлбиттә, еренә еткерелеп башҡарылырға тейеш.
Тәү ҡарашҡа обой йәбештереүҙең бер ҡатмарлылығы булмаһа ла, һөнәри бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эшен комиссия етди баһаларға иҫәп тота. Тәү сиратта белгестәр ике киҫәк тоташҡан урында рәсемдең тап килеү-килмәүенә иғтибар итә һәм шулай уҡ стенаға йәбештерелгән обой, әлбиттә, бер ерҙә лә ҡубып торорға тейеш түгел.
Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған төҙөлөш һөнәрҙәре бәйгеһе ҡатнашыусыларҙың һәм  тармаҡ белгестәренең профессиональ кимәлен, абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Сөнки нисек кенә булмаһын төҙөлөш өлкәһендә эшсе ҡулдар етешмәй.
Николай Гавва, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары: «Республикала төҙөлөш эштәре күләме даими арта, мәҫәлән, былтыр подряд ысулы менән файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ майҙаны 19 йыллыҡ иң юғары күрһәткесте ашты. Бынан сығып тармаҡҡа белгестәр күп талап ителгәнлеген күрәбе. Күп осраҡтарҙа вакансияларҙы сит ил граждандары менән ҡаплайбыҙ».
Конкурстың практик өлөшө тамамланғас, ҡатнашыусыларҙы тағы бер һынау көтә. Малярҙар биш һорауға яуап бирергә тейеш. Был оҫталарҙың теоретик белемен тикшереү бүлеге. Еңеүсе ошо ике этап буйынса билдәләнәсәк.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика