«Иң яҡшы сайт»  29.09.2014

Рәсәй ҡалалары союзы муниципалитеттар араһында иң яҡшы сайтҡа  конкурс иғлан иткәйне.

Күләмле сараны уҙғарыуға Рәсәй Президентының Дәүләт органдары эшен ябайлаштырырға ҡушыуы сәбәпсе булды. Дәүләт институттары менән граждандар араһындағы мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итеү өсөн эште интернетлаштырыу зарур. Ил етәксеһе был проблеманы ла ҡәтғи ҡуя. Рәсәй Хөкүмәте глобаль селтәрҙә эшләү муниципалитеттарҙы сит ил инвестицияларына алып сығыр тигән ышаныста. Конкурста ҡатнашыу өсөн бирелгән 60 ғариза араһынан егерме дәғүәсе һайлап алынды. Ойоштороу буйынса рәсми партнер булып Өфө ҡала хакимиәте сығыш яһай. Әлеге ваҡытта баш ҡалала конкурс саралары бара, еңеүселәр асыҡлана.

Александра Игнатьева, Рәсәй ҡалалары союзының генераль директоры: «Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡалалар үҙ эшен күрһәтә белмәй. «Иң яҡшы сайт» конкурсына килгән эштәр ныҡ насар. Алда торған конкурстарҙың береһе «Иң яҡшы электрон Хөкүмәт» тип атала. Уны Берләшкән Милләтттәр Ойошмаһы үҙе үткәрә. Рәсәй унда 27-се урында тора». 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика