Иҡтисадсылар эшҡыуарлыҡты илде үҫешкә илтеүсе төп көс тип атай 19.09.2014

Ул эш урындарын бирә, һалым түләй, йәмәғәт эшмәкәрлегенән дә ситтә ҡалмай. Ләкин эшҡыуарлыҡтың кире яҡтары ла юҡ түгел. Мәҫәлән баш ҡаланың Интернациональ урамында йәшәүселәр автомобилдәрҙе йыуыу комплексы хужаһы менән уртаҡ тел таба алмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ойошма йорттарға үтә яҡын урынлашҡан, бындағы шау-шоу уларға тәүлек әйләнәһенә тынғы бирмәй.  

Халыҡтың эшҡыуар Павел Борисов менән һәр осрашыуы тиерлек ығы-зығы менән тамамлана. Мәжбүри күршеләр бер нисек тә уртаҡ тел таба алмай. Асыҡланыуынса, бында йәшәүселәргә эшҡыуарҙың автомобилдәр йыуыу комплексы ҡамасаулай.
Ирина Жукова: «Бында эшләүсе егеттәр төнө буйы машина йыуып сыға. Тауыштан йоҡо ҡаса. Иҫкәртеү яһаһаң,  ҡолаҡҡа элеүсе лә юҡ».
Светлана Безбородова: «Ойошма бит бәләкәстәргә лә тынғы бирмәй. минең өс балам бар, уларҙың йоҡоһо туймай. Ниндәй уҡыу ҡайғыһы булһын инде был шарттарҙа?!!»
Урындағы халыҡ мәсьәләне тауыш күтәреп кенә хәл итергә тырыша тип әйтеп булмай. Араларынан Вячеслав Романчугов "автомунсаның" бында урынлашыуы ни тиклем законлы икәнен асыҡларға тырыша. Ғәҙеллек эҙләп егет Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының Башҡортостан бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Вячеслав Романчугов: «Экспертиза һөҙөмтәһе буйынса автомобилдәр йыуыу комплексы кеше йәшәүсе йорттан 50 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Беҙҙең осраҡта был шарт үтәлмәй. Артабан мәсьәләне суд хәл итәсәк».
Әлегә иһә ойошма автоһәүәҫкәрҙәрҙе хеҙмәтләндереүен дауам итә. Һуңғылары бындағы эш сифатынан ҡәнәғәт.
Артем, автоһәүәҫкәр «Мин автомобилемде бында икенсе тапҡыр йыуҙырам. Уңайлы, сират юҡ, егеттәр ҙә үҙ эшен белә»…
Ҡеүәтле насостарҙан тыш, ябай саңһурғыстың тауышына ла зарлана урындағы халыҡ. Төндә сыҡҡан бындай тауыштар айыуҙы ла йоҡоһонан уятыр ҙа, бәлки. Тик рәсми яҡтан ҡарағанда, ойошма эшмәкәрлегенә бер ни ҙә ҡамасаулай алмай. Ер ҡуртымда, эшҡыуарҙың лицензияһы ла бар.
Ҡағыҙҙарға ҡарамаҫтан, беҙҙең камераны күреү менән автомобилдәр йыуыу комплексы ябылырға ашыҡты, ә хеҙмәткәр  йөҙөн йәшерҙе. Телефон аша оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң ғына егет ишектәрҙе кире асты. Мәсьәләгә нөктәне суд ҡуйырға тейеш. Ултырыш 23 сентябргә билдәләнгән.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика