Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, Өфөләге икенсе Затон күпере быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, Өфөләге икенсе Затон күпере быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ 22.01.2016

Ағиҙел йылғаһы аша һалынған ҡоролма М-5 һәм М-7 трассалары араһындағы транспорт артерияһы проекты сиктәрендә сафҡа индерелә. Ул шулай уҡ киләсәктә ҡаланың көнбайыш йүнәлешендә тығындарҙы кәметергә лә булышлыҡ итәсәк.

Өфөнөң көнбайыш йүнәлеше өсөн автомобиль тығыны күптән инде ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Айырыуса иртәле-кисле, ә йәй айҙарында бигерәк тә  ял көндәре алдынан был урынды йырып сығырмын тимә. Ә барыһы ла 1971 йылда сафҡа ингән Затон күперенең бөгөнгө транспорт ағымына яраҡлашмауына бәйле. Шуға ла бер нисә йыл элек әлеге  күпергә йәнәш тағы ла бер объект төҙөлә башланы. Ул Ағиҙелдең ағымы буйынса 40 метрға өҫтәрәк урынлашасаҡ.
Раил Мөлөков, участка етәксеһе: «Төҙөлөш башланғандан алып планлаштырылған ун бер терәүҙең бөгөнгә уны тулыһынса әҙер. Һуңғы терәү йылғаның үҙәнендә февраль аҙағында барлыҡҡа киләсәк. Артабан инде 600 метр оҙонлоғондағы тимер конструкцияларҙы ҡорорға тотонасаҡбыҙ. Икенсе Затон күпере сентябрҙә сафҡа инәсәк».  
Яңы күперҙең оҙонлоғо 800 мерҙан ашыу. Уның проект хаҡы 5 миллиард һум самаһы. Сығымдар республика, шулай уҡ федераль маҡсатлы программа буйынса бүленгән. Объект сафҡа ингәндән һуң ул сәғәтенә өс мең автомобилде үткәреү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.  Әйткәндәй, былтыр республикаға сәфәре барышында  Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов та күперҙең  әһәмиәтле булыуын билдәләгәйне. Шуға ла ул ике ярҙы тоташтырыусы ҡоролманы асыу тантанаһына мотлаҡ киләсәген белдерҙе.
Затон күпере  гигант төҙөлөштөң бер өлөшө генә. Киләсәктә ул Ҡазан яғынан килеүсе юлды Силәбе трассаһы менән тоташтырасаҡ. Бынан тыш, яҡын киләсәктә Ағиҙел йылғаһы аша тағы ла бер күпер барлыҡҡа килеүе ихтимал.  Ул Черниковка биҫтәһен Алексеевка  ҡасабаһы менән бәйләйәсәк. Ул саҡта инде М-7 трассаһына ла тура юл асыла.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку