Иғтибар, ярҙам кәрәк! 19.08.2015

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ислам Ҡудашев мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Исламға йәш тә биш ай. Сабый  йөрәк сире менән донъяға килә. Әле уға операция талап ителә.  

Операция бушлай, әммә махсус балондар алыу өсөн 91 мең һум аҡса кәрәк.
Ислам тәү ҡарашҡа башҡа балаларҙан бер нәмәһе менән айырылмай. Теремек сабый хәҙер ата-әсәһен етәкләп йөрөй. Уйнарға, саф һауала йөрөргә ярата. Үҫкән һайын күберәк ҡыҙыҡһына, әүҙемләшә бара. Әммә йөрәгенә көс төшөү менән уның тыны ҡыҫылып йығыла. Илаһа, тәне күгәреп, тиҙ генә хәле бөтә. Әсәһе Исламдан бер генә минут та күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә.

Ислам тыуғанда 1 кило ла 900 грамм ғына тарта. Табиптарҙың тейешле тәрбиәһе ярҙамында ул тиҙ генә үҫә. Әммә белгестәр сабыйҙың йөрәгендә сир таба. Әле Ислам өс ай һайын Республика кардиология үҙәгендә күҙәтеү үтә.

Өфө кардиология үҙәге операцияны бушлай эшләй, әммә махсус балондар алыу өсөн 91 мең һум аҡса талап ителә. Был сумманы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй. Ғаилә хужаһы яңғыҙы эшләй, башҡа ярҙам итеүсе юҡ. Шуға ла Ҡудашевтар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Әгәр ҙә һеҙ Исламға ярҙам итергә теләһәгеҙ, 5542 һандарына ДЕТИ һүҙен яҙып смс хәбәр ебәрергә кәрәк. Уның хаҡы – 75 һум. СМС-хәбәрҙәр  сикләнмәгән. Мәрхәмәтле булайыҡ!

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика