Иғтибар, ярҙам кәрәк!

Иғтибар, ярҙам кәрәк! 16.02.2015

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ике йәшлек Әмир Көмөшбаев мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Сабый целебраль фалиждан интегә. Әле ул үҙаллы ултырырға, башын тоторға өйрәнә. Әмирҙе тулыһынса дауаларға өмөт бар, бының өсөн махсус курстар үтергә кәрәк.

Әмирҙең һәр көнө физик күнекмәләрҙән һәм массаждан башлана. Һәр хәрәкәт уға ауыр бирелә, кескәйҙең аяҡ ҡулдары һыҙлай. Шулай ҙа ул тырыша, сөнки күнекмәләр ярҙамында хәле көндән көн яҡшыра.    
Зифа Көмөшбаева, Әмир Көмөшбаевтың әсәһе: «Әмиргә тыуыуға целебраль фализ диагнозы ҡуйҙылар. Улымды бик ауыр таптым. Тыуғанда тын алмай, йөрәге саҡ саҡ тибә ине. Мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорайым. Баламдың дауаланырына ышанам».
Көмөшбаевтар тиҫтәнән ашыу дауаланыу курстары үткән. Ләкин Әмир әлегә һөйләшә, йөрөй алмай. Силәбе ҡалаһындағы медицина үҙәге белгестәре сабыйҙы аяҡҡа баҫтырырға өмөт бирә.
Гөлназ Хәмиҙуллина, «Балаларға ғүмер» хәйриә фонды етәксеһе: «Беҙҙең республиканан бик күп ата-әсәләр «Сакура» медицина үҙәгенә дауаланырға йөрөй. Унда Ҡытай белгестәре эшләй. Реабилитация курсы үткән бар балалар ҙа ла ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә. Улар йөрөй, үҫешә башлай».
Дауаланыу курстары 240 мең һумдан ашыу. Ләкин ғаиләнең бындай аҡсаһы юҡ. Көмөшбаевтар ятаҡта йәшәй. Әсәһе көнө буйы бала менән ултырғанға, Әмирҙең атаһы ғына эшләй. Әгәр ҙә һеҙ сабыйға ярҙам итергә теләһәгеҙ 3116 һандарына «дари 50» һүҙҙәре менән смс хәбәр ебәрә алаһығыҙ. Смс хаҡы 50 һум. Тулыраҡ мәғлүмәтте 89656483007 телефон номеры аша белергә мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку