Иғтибар, ярҙам кәрәк! 27.10.2014

Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе өс йәшлек Динир Хәмитов ярҙамға мохтаж. Малайға дауаланыу курсы өсөн 117 мең 600 һум аҡса талап ителә.

Динир Хәмитов үҙ аллы аяғына баҫа алмай. Шуға ла ауыр конструкция кейергә мәжбүр. Ата-әсәһе улын һауыҡтырыу өсөн көн дә күнекмәләр яһай.
Динирҙың ауырығанын невролог алты айлыҡ сағында аңлай. Әсә баланы табиптан-табипҡа йөрөтә. Малайға йәш тә өс айлыҡ сағында церебраль фалиж диагнозы ҡуйыла.  Яңыраҡ уның умыртҡа һөйәге урынынан күскәне асыҡлана. Әсә табиптарға мөрәжәғәт итеп, һөйәкте урынына ултырта торған махсус ҡоролма һатып ала. Динирға әле Силәбе өлкәһендә махсус курс үтергә кәрәк. Уның хаҡы - 117 мең 600 һум. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәмитовтарҙың быға мөмкинлеге юҡ. Әгәр ҙә һеҙ Динирға ярҙам итергә теләһәгеҙ,  63900206 9019150190 иҫәбенә аҡса ебәрә алаһығыҙ. Белешмә өсөн телефон -  8-965-93-16-930. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Аймара Рәхимова





Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика