Иғтибар, ҡыҙыу линия эшләй 07.02.2017

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы белгестәре онлайн сауҙа, тауар тәьмин итеүселәрҙең бурыстары, һатып алыусыларҙың хоҡуҡтары хаҡында һөйләйәсәк. Белгестәргә теләге булған һәр кем мәрәжәғәт итә ала. Онлайн һатыуҙа ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, халыҡты күберәк ниндәй һорауҙар борсой.

Өйҙән сыҡмайынса, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, автомобиль, ҡыҫҡаһы, йәнең теләгән әйберҙе интернет аша һатып алырға мөмкин, бары аҡсаң ғына булһын. Әммә  интернетта күрһәтелгән кейемдең йә үлсәме, йә төҫө бөтөнләй тап килмәүе мөмкин. Был саҡта ни эшләргә? Мода артынан ҡыуған Виктория исемле ҡыҙ, мутлашыусы һатыусыларҙың тоҙағына йыш эләккән.

Элеонора үҙенең бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Хәҙер уның үҙ интернет магазины бар. Ҡыҙ ваҡытын яратҡан шөғөлө - кейемдәр тегеүгә бүлә. Онлайн сауҙа өлкәһендә оҙаҡ эшләмәһә лә, йәш дизайнер байтаҡ ҡыйынлыҡтарға тарый.

Күңелһеҙ хәлгә тарымаҫҡа, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм яҡлау өсөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү  идаралығы интернет сауҙа һорауҙары өсөн "Ҡыҙыу линия" асты. Белгестәргә һатып алыу, йә һатып буйынса һорауҙар менән теләгән һәр кем мәрәжәғәт итә ала. Белгестәр әйтеүенсә, күп кенә һатып алыусылар үҙ хоҡуҡтарын белмәй, һөҙөмтәлә алдашыусылар тоҙағына эләгә.

"Ҡыҙыу линия" 20 февралгә тиклем эшләй. Экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратып, белгестәрҙән кәңәш алырға була. Эксперттар иң мөһиме: иғтибарлы булырға саҡыра. Интернеттан һатып алыр алдынан, баһаламарҙы уҡып сығыу, ысынлап та, офис барлығы менән ҡыҙыҡһыныу ҙа файҙалы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика