Иғтибар, ҙур һыу!

Иғтибар, ҙур һыу! 22.04.2015

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре халыҡ күпләп йәшәгән биҫтәләрҙең береһендә рейд уҙғарҙы.  Кооператив яланда ташҡынға бәйле хәл көйләнһә лә, һыу баҫыу хәүефе бөтөнләй юҡ тип әйтеп булмай. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары һыу хәүефе тураһында иҫкәртеп тороуҙы хуп күрә, был айырыуса ташҡынға вайымһыҙ ҡараусы йорт хужаларына ҡағыла.  

Был йорт хужалары һыуҙың тиҙ арала  күтәрелеү ихтималлығын яҡшы аңлай. Шуға ҡарамаҫтан, ташҡын осорона улар бактерицидлы таблеткаларҙан башҡа бер нәмә лә әҙерләмәгән. Өлкән йәштәгеләр ҙә участка полицейскийҙарынан айырым иғтибар талап итә. Мария Овчинникова 75 йыл ғүмеренең 50-һен  ошонда үткәргән. Уның хәтер һандығы ла һыу ғәрәсәтенә бәйле төрлө ваҡиғаларға бай.  
Һыуҙы беҙ күп күрҙек инде. Йыл һайын өй башына менергә тура килә.
Илдар Йосопов, Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы 3-сө полиция бүлеге участковыйы: «Халыҡ беҙҙең талаптарҙы аңлай һәм уларҙы үтәргә тырыша. Сөнки күптәр Кооператив яландың йыш ҡына һыу эсендә ҡалыуын яҡшы белә».    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика