Иғтибар, штраф!

Иғтибар, штраф! 04.12.2015

Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика юлдарында рейд үткәрә. Был юлы инспекторҙар түләнмәгән штрафтары булған водителдәрҙе асыҡлай. Ваҡытында түләмәүселәргә 15 тәүлеккәсә иркенән мәхрүм ителеү янай.

Заман технологиялары менән ҡоралланған экипаждар штраф түләмәүселәрҙе ҡурҡыуҙа тота. Улар бер нисә минут эсендә водителдең ҡайҙа, ҡасан ҡағиҙә боҙғанын, бының өсөн ниндәй язаға тарттырылғанын белә ала. Мәҫәлән, был водитель исемендә 20 мең һумдан ашыу түләнмәгән штраф табылды. Араларында тиҙлекте арттырыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу өсөн яҙылғандары, төрлөһө бар. Ләкин ул бөгөн юлын дауам итәсәк. Асыҡланыуынса, ҡағиҙәне ул боҙмаған.    
Василий Макшанцев, автоһәүәҫкәр: «Мин иҫке автомобилемде ышаныс ҡағыҙы буйынса һатҡайным, ул әле һаман минең исемдә тора. Яңы хужаға штраф сәпәйҙәр, ә ул ыжлап та бирмәй, мин түләргә тейеш килеп сыға бит! Ярай әле ышаныс ҡағыҙым ҡулымда, кире осраҡта 15 тәүлеккә ябырҙар ине».
Был водителгә инспекторҙар полиция бүлегенә барып  автомобилде һатып алыусы исеменә күсерергә кәңәш итте. Әйткәндәй, ошонда уҡ түләнмәгән штрафтар буйынса мәғлүмәт тә алып була. Бынан тыш, интернет селтәрендә лә штрафтарҙы тикшереү мөмкинлеге бар. Уларҙы  он-лайн режимда түләргә мөмкин. Ә бына ҡайһы бер банктарҙа ҡыйынлыҡтар килеп сыға, ти водителдәр.
Ирек Әхмәтдинов, автоһәүәҫкәр:«Банкка түләргә килһәң гел уларҙың иҫәбен тапҡандарын көтөргә тура килә. Бер һанға яңылышһалар аҡса икенсе ергә күсә, ә штрафың түләнмәй ҡала. Мине шул борсой».
Ә бына банкомат йә терминал аша аҡса күсереү оҙаҡ ваҡыт талап итмәй. «Дәүләт хеҙмәте» сайты иһә ҡағиҙә боҙоу өсөн өйҙән сыҡмайса түләү мөмкинлеге бирә. Водителдәргә бөтә был ысулдарҙы үҙләштерергә тура килер, күрәһең, Республикала «Штраф» операцияһы 25 декабргә тиклем дауам итә.
Эльмира Гәрәева, ЮХХДИ идаралығы өлкән инспекторы: «Штрафтарҙың 60 проценты түләнеп бара, ҡалған осраҡтар буйынса беҙ суд приставтарына мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар водителдәрҙән мәжбүри рәүештә ҡаҙна файҙаһына аҡса ала».
Штрафтарҙы ваҡытында түләмәүселәргә язаны суд билдәләй. Ғәҙәттә, ундай автоһәүәҫкәрҙәргә икеләтә күләмдә штраф һалына. Ә инде яуыз ҡағиҙә боҙоусоларға 15 тәүлеккәсә иректән мәхрүм ителеү янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку