Иғтибар һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр

Иғтибар һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр 24.03.2015

Бөгөн Өфөнөң 2-се башҡорт лицейында баш ҡаланың Ленин районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары тәбрикләнде, тантаналы сарала уларға юбилей миҙалдары тапшырылды.  

Иғтибар үҙәгендә - 32 ветеран. Һуғыш утына эләккән 32 яҙмыш. Улар тере ҡала, ләкин аяуһыҙ яу юлдарын оноторлоҡ түгел. Элемтәсе, танкист, офицерҙар, тыл хеҙмәткәрҙәре - бөгөн уларҙың барыһы ла 2-се башҡорт лицейына йыйылды, юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Шулай уҡ оло быуын вәкилдәре уҡыусыларға  дәһшәтле йылдар хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Шишмә районынан Рифҡәт Урманов та тормош ҡуйған ҡаты һынауҙарҙы ғорур үтә: ул Гороховец лагерынан Германияға тиклем барып етә. Берлинды алған ваҡытта ҡаты яраланғас, йәш элемтәсегә биш йыл госпиталдә ятырға тура килә.  Тыуған ауылына егет  9 йылдан һуң ғына кире әйләнеп ҡайта. 89 йәшлек уҙаман һуғышҡа алынған көндө әлегеләй хәтерләй.
2-се Башҡорт лицейы уҡыусылары ветерандарға бай концерт программаһы ла әҙерләгәйне. Ҡурай моңо, һуғыш йылдары йырҙары, төрлө бейеүҙәр - быларҙың барыһы ла ысын йөрәктән башҡарылды. Әйткәндәй, малай-ҡыҙҙар оло быуын вәкилдәре менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Мәктәп етәкселеге  бер ветеранды ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Әлбиттә, ололарҙың теләге бер - илдә тыныслыҡ булһын. Йәш быуын вәкилдәре лә бының өсөн бар көсөн һалырға әҙер. Еңеү ҡәҙерен яҡшы белә улар.
Еңеүҙә һәр ветерандың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ил яҙмышын ҡотҡарыр өсөн күпме ғүмер бирелгән, сәләмәтлек һалынған. Ҡайғылы хәтирәләрҙе бөгөн яугирҙарға булған иғтибар һәм ихтирам ғына еңеләйтә ала.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика