Иғтибар үҙәгендә тәмәке һатыусылар 24.08.2015

Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты мәктәптәргә яҡын урынлашҡан кибеттәрҙе тикшерә. Тәмәке һатыу иҫбатланған осраҡта прокуратураға хәбәр итәләр. Сөнки законға ярашлы мәғариф учреждениеһына йөҙ метрҙан да яҡыныраҡ урынлашҡан магазиндарҙа тәмәке һатыу тыйыла. Ләкин сауҙа үҙәктәре был турала онотоп та китә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ойошторған сираттағы рейд та шуны иҫбатланы.

Эргәлә генә мәктәп, ә Өфө үҙәгендәге магазиндарҙың береһе тәмәкене бер ниндәй сикләүһеҙ һата. Залда телекамера йөрөүе лә хеҙмәткәрҙәрҙе һиҫкәндермәне. Һатыусылар үҙ хаҡлығына ышана. Йәнәһе лә бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ.
Ләкин Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары бөтөнләй икенсе фекерҙә. Уларҙың тикшереүҙәре мәктәп менән магазин араһы йөҙ метрҙан да кәмерәк булыуын асыҡлаған. Күрәһең, магазин хужалары законды дөрөҫ аңламаған.
Виталий Брыкин, бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе: «Магазиндар был арауыҡты мәктәптең тупһаһынан алып иҫәпләй. Законға ярашлы, иҫәп мәктәп биләмәһенең сигенән үк башланырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр йөҙ метрҙы юлдан ғына һанаған. Ҡануниәттә иһә мәғариф учреждениеһы менән сауҙа үҙәгенең тура арауығы йөҙ метрҙан да артығыраҡ булырға тейеш тиелгән».
Йәғни, мәктәп менән магазин араһы метрлыҡ менән түгел, ә кадастр үлсәмдәре менән иҫәпләнергә тейеш. Был талаптарға яуап бирмәгән сауҙа үҙәктәре баш ҡалала байтаҡ , ти халыҡ фронты ағзалары. Мәктәп тәҙрәләренән күренеп , балаларҙы үҙенә ылыҡтырып торған кибеттәр ҙә юҡ түгел. Тәмәке артынан ҡыҫҡа тәнәфестә лә барып килергә мөмкин.
Ә бит социаль сиргә битараф булмаған кешеләр ҙә бар. Ҡайһы бер магазиндарҙы тикшерергә тап халыҡтың мөрәжәғәте этәргән. Мәктәп янында ғына тәмәке, спиртлы эсемлектәр һытыуына борсолоп төпкөлдәрҙән дә шылтыраталар.
Рейдта һатып алынған сигарет ҡаптары  иһә артабан административ эштә дәлил буласаҡ. Рөхсәте булмай тороп та тәмәке һатыусылар менән прокуратура шөғөлләнәсәк. Законға ярашлы, бындай магазиндарға 5 меңдән алып 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика