Иң шәп атай!

Иң шәп атай! 15.08.2015

Бөгөн Өфө эргәһендәге «Сәләмәтлек шишмәһе» ял йортонда ғаилә башлыҡтары ярышты. Конкурста республика район-ҡалаларынан мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе алты ғаилә ҡатнашты.

Старт бирелеп өлгөрмәҫтән, ғаиләләр ашҡынып конкурсҡа әҙерләнә башлай. Ғаилә башлыҡтары утта ашарға бешерергә тейеш. Учалы районынан Руслан Абзалов жюри ағзаларын туҡмас менән һыйларға уйлай.
Ғаилә башлығы аш бешергәнсе, тормош иптәше турама әҙерләү менән мәшғүл.
Утта ҡыҙҙырылған балыҡ, шешлектәр, сосискалар... Конкурс барған майҙан  шау-гөр килә. Ир-егеттәр ең һыҙғанып йәшелсә-емеш турай, ит ҡыҙҙыра. Һәр кемдең үҙ рецепты, серҙәре бар.
Аш-һыуҙы жюри ағзалары баһаланы. Конкурста ҡатнашыусы ғаиләләр төрлө милләттән. Был өҫтәлдәге ризыҡтарҙа ла асыҡ сағылды.
Ғаилә башлыҡтарына төрлө тәмлекәстәр ҙә бирелде. Мәҫәлән, был хмели-сунели. Ул иттән бешерелгән ризыҡҡа хуш еҫ һәм үҙенсәлекле тәм өҫтәй. Ә был кориандр, ул Башҡортостанда ла үҫә.
Ғаилә башлыҡтары ит ҡыҙҙырыу менән мәшғүл, ә хужабикәләр, балалар үҙ-ара ярыша. Конкурсанттарҙың ял итергә  бер минут та ваҡыты юҡ.  
Ир-егеттәр бешергән аш-һыу бик тәмле була, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, күрәһең. Конкурста ҡатнашыусы ғаилә башлыҡтары быны үҙ оҫталыҡтары менән раҫланы.
Атай-әсәй эш менән булышҡансы, балалар уйын майҙансығында күңел асты. Ғаиләләргә ярҙамға олатай-өләсәйҙәре лә килгәйне. Улар кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булды. Конкурс бәләкәй  һабантуйҙы хәтерләтте.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку