Иң мөһим пассажир 30.09.2015

Йыл башынан республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 322 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа 19 сабый һәләк булған, 345-е ауыр тән йәрәхәттәре алған. Балалар үлеменең сәбәбе - хәүефһеҙлек креслоларының булмауы. Үкенескә, мотлаҡ булған талап өлкәндәр тарафынан йыш ҡына үтәлмәй.

Тиҙлек сәғәтенә 40 саҡрым... Был осраҡта автомобиль ҡаты әйбергә килеп бәрелгәндә ун килограмм ауырлыҡтағы балаға бәрелеш ауырлығы утыҙ тапҡырға артып 300 килограмм тәшкил итә. Бындай ауырлыҡты бер кем дә ҡулында тотоп ҡала алмай. Оло кеше хәүефһеҙлек ҡайышы менән беркетелгән һәм баланы ҡулына алған, ә бала креслоға беркетелмәгән  осраҡта,  ул ҡапыл туҡтаған ваҡытта ныҡ итеп бәрелеп алғы тәҙрә аша сығып осоуы ихтимал. Бындай үлемесле хәл ҡыҙғанысҡа ҡаршы аҙым һайын осрай.
Иглин ҡасабаһында йәшәүсе Миңлеәхмәтовтар ике ул үҫтерә. Ун йәшлек Алишер, һигеҙ йәшлек Сәлим ныҡлап ултырып, ата-әсәләре менән бергәләп автомобилдә йөрөй башлау менән ғаилә ватокреслолар һатып алған. Һәр сәфәр алдынан Рафиҡ Рәфҡәт улы балаларының хәүефһеҙлеген тикшерә. Улдарының ныҡлы итеп ҡайыш менән беркетелеүенә ышанғас ҡына юлға сыға.
Тәжрибә һәм статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, тән йәпәхәттәре һәм үлем осраҡтарын балалар өсөн тәғәйенләнгән креслолар ярайһы кәметә ала. Йыл башынан балаларҙы махсус креслоһыҙ ташыусы 17 меңдән ашыу  осраҡ асыҡланған. Был көнөнә 60 водитель ҡағиҙәне һанға һуҡмай тигән һүҙ. Балалар ғүмере һәм хәүефһеҙлеге өсөн  яуап биреүсе ата-әсәләрҙе, водителдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында махсус акциялар ойошторола. Юл хәүефһеҙлеге идаралығы ҡатнашлығында «Иң мөһим пассажир» тигән акцияла  ата -әсәләр ҙә, балалар ҙа әүҙемлек күрһәтте.
Зиннәтле машиналарҙа елдереүсе хәлле ата-әсәләр 3 мең һумға балалар автокреслоһы һатып алыу урынына ошо уҡ күләмдә штраф түләүҙе өҫтөн күрә. Нисек кенә булмаһын, машиналар менән шығырым тулған юлдар ҡағиҙәләргә буйһоноуҙы талап итә. Шуға ла юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә етди ҡараш булдырыу мотлаҡ, ти инспекторҙар.
Автомобилдәрҙә ата-әсәләре һәм яҡындары менән сәйәхәт итеүсе балаларҙың ғүмере ышаныслы  һәм  мөмкин тиклем хәүефһеҙ итеү - көн талабы. «Иң мөһим пассажир» акцияһында ҡатнашыусы ғаиләләр бындай саралар әлеге көнгә тиклем балаларын автокреслоһыҙ йөрөтөүсе ата-әсәләр өсөн иҫкәртеү ролен үтәһен ине тигән теләктә.
Балалар, ата-әсәләр, юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары ҡатнашлығындағы акция юл ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе һәм үтәүсе ғаиләләрҙе асыҡланы. Шишмә, Иглин, Өфө ҡалаһы вәкилдәрен бағыусылар балалар өсөн махсус автокреслолар менән бүләкләне.
Автомобилдә һәр баланың үҙ урыны булырға тейеш.Заманса һәм уңайлы креслоларҙы ҡулланыу сәйәхәтегеҙҙе хәүефһеҙ һәм еңел итәсәк. Уның  өсөн автокресло һатып алаһың һәм баланы ултыртып, махсус ҡайыштар менән беркетеп ҡуяһың. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә , юлдағы көтөлмәгән бәхетһеҙлектәрҙән иҫән-һау ҡотолоу ихтималлығы бар. Ошо мөмкинлектән балаларығыҙҙы мәхрүм итмәгеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика