Иң өлгөлө атайҙар һәм әсәйҙәргә 100 мең һум күләмендә аҡса биреләсәк

Иң өлгөлө атайҙар һәм әсәйҙәргә 100 мең һум күләмендә аҡса биреләсәк 24.11.2014

Республикала «Ата-әсәлек даны» тигән яңы награда барлыҡҡа килде. Алдағы йылдан алып ул өлгөлө ата-әсәләргә тапшырыласаҡ. Был турала Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Абруйлы награда тәү сиратта кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы һәм батырлыҡ күрһәтеүсе, шулай уҡ сәнғәт һәм фән өлкәләрендә уңышҡа ирешеүсе ҡыҙ һәм улдар тәрбиәләнеүсе ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Икенсенән, награданы уллыҡҡа өс һәм унан да күберәк инвалид бала, алты һәм унан да күберәк етем бала  алыусы ата-әсәләргә тапшырыу ҡаралған. Өлгөлө ата-әсәләрҙе наградаға район һәм ҡала хакимиәттәре тәҡдим итәсәк.
Тағы ла бер мөһим шарт  - награда уллыҡҡа алынған балаларҙы ун йылдан ашыу лайыҡлы тәрбиәләгән ата-әсәләргә тәғәйенләнә.
Награда йылына бер тапҡыр - 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөнә  ҡарата  тапшырыласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку