Иҫкегә тарыһаң иҫең китер

Иҫкегә тарыһаң иҫең китер 06.02.2016

Йәрмәкәй районында йәшәүсе Рәғинә Некипелова йәшәгән йортоноң емерелеп барыуына зарлана. Уның фекеренсә, өйҙөң бүрәнәләре серегән, шуға ла ремонт эштәрен  башҡырыу мөмкин түгел.  Уҙған быуат урталарында һалынған йорт   әлеге ваҡытҡа тиклем «Приютовагрогаз» хужалығы балансында тора. Шуға ла оло йәштәге ханым бар эштәр ҙә предприятие иҫәбенә башҡарылырға тейеш тигән ҡарашта. Әммә хужалар бының менән килешергә теләмәй.

Бекетов ауылындағы был йортҡа Некипеловтар  Алыҫ Себер тарафтарынан 20 йыл элек күсеп килә. Ул ваҡытта ауырып ятҡан әсәйемдең өйө йәшәрлек хәлдә ине тип хәтерләй Рәғинә ханым.  Әммә ваҡыт үтеү менән стеналар емерелә башлай, ҡыйыҡтан да һыу аға.  Шуға ла ғаилә ярҙам һорап "Приютовагрогаз" хужалығына мөрәжәғәт итә. Бының сәбәбен улар өйҙөң  һаман да предприятие  балансында тороуы менән аңлата.  
Хужабикә өйҙө үҙенең исеменә рәсмиләштерә алмауына һәм тарифтарҙың юғары булыуына зарлана. Бер үк ваҡытта ғаилә башлығы күптән инде Алыҫ Себерҙән күсеп килгәндәр өсөн субсидия алыуға сиратта тора. Әммә 13 йыл эсендә был исемлек буйынса бер кемгә лә аҡса бирелмәгән.  
Был йортҡа емерелеп төшөү генә түгел, хатта шартлау ҡурҡынысы ла янай. Сөнки өйгә терәтеп урам аша үтергә тейеш газ торбаһы һуҙылған. Шуға ла хужалар үҙҙәрен көндә дары мискәһе өҫтөндә йәшәгән кеүек хис итә.  
Ваҡытында «Приютовагрогаз» хужалығы ситтән саҡырған кешеләрҙе  өй менән тәьмин иткән. Әммә әлеге ваҡытта бер хужа ла  йәшәгән урындарын бындай хәлгә еткермәгән, ти предприятие вәкилдәре. Некипеловтарға килгәндә, йортто ҡуртымға биреү килешеүе ҡатындың әсәһе менән төҙөлгән. Әммә уның вафатынан һуң был документ үҙ көсөн юғалтҡан.  
Василий Никитин, «Приютовагрогаз» йәмғиәте етәксеһе урынбаҫары: «2015 йылда беҙ ғаиләгә йортто бушлай бирергә уйлағайныҡ, әммә хужалыҡтың ҡабул ителгән ҡағиҙәһенә ярашлы, барлыҡ өйҙәр ҙә һатылырға тейеш. Төҙөкләндереү эштәре өсөн дә предприятие бер ваҡытта ла аҡса йыйманы, шуға ла ағымдағы ремонты йортта йәшәүселәр үҙҙәре башҡара».
Әле Бекетов ауылында урынлашҡан йорттарҙың хаҡы 300 мең һумдан башлана, ти урындағы халыҡ. Әммә предприятие етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәренә ҙур ғына ташлама яһарға әҙер. Мәҫәлән, тырышып эшләүселәр йәшәгән йорттон хаҡын 25 процентҡа тиклем төшөрөп һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Тик Некипеловтар ғаиләһе генә аҡса юҡлығына һылтанып һаман да хужалыҡтан яңы өй, йә булмаһа бушлай  ремонт башҡарылыуына өмөт итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика