Иҫке юлдан яңыса

Иҫке юлдан яңыса 15.09.2014

Йәкшәмбе Дуҫлыҡ монументы эргәһендә транспорт хәрәкәте үҙгәрә.

Зәки Вәлиди һәм Сочи урамдары киҫелешендә автомобиль һыҙаттары етәүгә тиклем арттырыла. Ошо рәүешле монумент тирәһендәге көсөргәнешле транспорт хәрәкәтен бер аҙ кәметергә иҫәп тотола. Әле бында өҫтәмә юлдар һалыу тамамланған. Ни бары билдәләр һәм светофорҙар ҡуяһы ғына ҡалған.
Дуҫлыҡ монументында һәр иртә автомобиль тығындары. Өфөгә ингән ике юл да бер ерҙә тиерлек ҡушылғас, транспорт хәрәкәте гөбөргәйел тиҙлеге менән тигеҙләшә. Сочи урамынан Цюрупаға тиклем арауыҡты водителдәр ярты сәғәттән ашыу үтә. Кире яҡҡа ла шул уҡ хәл.

Күрәһең, тығындарҙа түрәләр ҙә йыш ултыра. Ниһайәт, был проблеманы хәл итергә булдылар. Баҡтиһәң, транспорт көсөргәнешлеген хәл итеү иҫ киткес сығымдар талап итмәгән икән. Юлсылар Сочи урамынан төшөп Менделеев урамына йүнәлеүселәргә үҙ аллы боролош ҡына төҙөнө. Хәҙер водителдәргә уңға китер өсөн светофор көтөргә кәрәкмәй. Башҡа үҙгәрештәр индерелмәне, ни бары Зәки Вәлиди урамының осо тотошлай бер йүнәлешкә әйләнде. Хәҙер бында ете һыҙат һәм Телеүҙәк яғынан килеп һулға боролоусылар тура үтеүселәргә ҡамасауламаясаҡ. Ә инде ҡаршы килеүсе водителдәр Октябрь революцияһы урамына үтеп, биш һыҙатлы юлдан елдерәсәк. Дөрөҫ, был үҙгәрештәр иғтибар талап итә. Сөнки юл билдәләре лә бермә-бер арта.

Үҙгәрештәр индереү менән йәмәғәт транспорты пассажирҙары проблемаһы ла хәл ителәсәк. Хәҙер автобустан төшөүсе халыҡ ике юл араһында тороп ҡалмаясаҡ. Туҡталыш юл ситенә күсерелә. Ә бына Зәки Вәлиди урамындағы туҡталыштың урынында ҡалыуы яҡшынан түгел. Пассажирҙарын ҡалдырған автобусҡа һулға китергә кәрәк. Һөҙөмтәлә ул Пугачев урамына боролоусылар менән киҫелешә һәм йәнә тығындар барлыҡҡа киләсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку