Иҫкәртелгән – ҡоралланған 18.03.2017

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бөгөн Өфөнөң ташҡын хәүефе янаған урындарында халыҡ менән осрашты. Маҡсат яҡынлашып килгән ҙур һыу миҙгеленә әҙерлекте барлау.

Иртә менән эт өрҙөрөп, шәмбе йоҡоһона талған халыҡты борсоп йөрөүҙең  маҡсаты изге, биҫтәлә йәшәүселәрҙең именлеген тәьмин итеү. Күптәр ҙур һыуҙың яҡынлашыуы тураһында хәбәрҙар. Шулар иҫәбендә 85 йәшлек Фуат Бикбулатов. Ғүмерең байтаҡ өлөшөн ул Ағиҙел яры янында урынлашҡан шәхси йортонда үткәргән. Шуға ла уҙаман, ташҡынға әҙерлек мәсьәләһенә етди  ҡарай.
Оялсан ағай, беҙҙең менән аралашырға теләмәһә лә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре менән әңгәмәләшеүҙән тартынманы. Ғүмерең ҡәҙерле икән иҫкәртеү сараларына ҡолаҡ һалырға кәрәк. Бигерәк тә, быйыл. Фаразлауҙарға ярашлы, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының кимәле ташҡын мәлендә яҡынса 8 метрғаса күтәрелеүе ихтимал. Һыу баҫыу хәүефе янаған урындар Затон биҫтәһендә генә бер нисә.
Ҡотҡарыусылар биҫтәлә йәшәүселәрҙең теүәл исемлеген төҙөй. Оло йәштәгеләр, мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында мәғлүмәтте тикшерә. Йорттарҙағы ҡотҡарыу сараларын барлай. Ғәҙәттән тыш хәл мәлендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрә. Рейдҡа сығыусы белгестәр фекеренсә, иҫкәртелгән, тимәк ҡоралланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика