Иҫкәртелгән кеше ҡоралланған менән бер

Иҫкәртелгән кеше ҡоралланған менән бер 12.02.2016

Мутлашыусылар йыш ҡына пенсионерҙарҙың телефонына шылтыратып, яҡындарының кеше тапатыуы, уны енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итәләр.

Яҡындарығыҙға аҡса күсереү юлы менән ярҙам күрһәтергә тәҡдим яһаған кешеләргә ышанмағыҙ. Иң элек балаларығыҙға шылтыратып ҡарағыҙ. Йәһәт кенә полицияға мөрәжәғәт итегеҙ, - тип иҫкәртә хоҡуҡ һағында тороусылар.  
Пенсионерҙарҙы алдау осраҡтары артыуын иҫәпкә алып, Ҡырмыҫҡалыла өлкән быуын вәкилдәрен  иҫкәртеү  саралары көсәйтелгән. Урындағы участка полицияһы көн һайын  ауыл буйлап йөрөп мутлашыусылар, уларҙың схемалары хаҡында мәғлүмәт бирә.  
Фәнүзә Хәмитова: «Мин беҙҙең участковыйҙар бик дөрөҫ эшләй тип уйлайым. Телевизорҙан көн һайын  төрлө мутлыҡтар хаҡында һөйләп торһалар ҙа кеше үҙенә ҡағылмаҫ, мине ситләп үтер тип уйлай.  Һәм ҡапҡанға эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Иҫкәртеп торһалар,  һағыраҡ булырға тырышаһың».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку