Иң ҡеүәтле автомобиль! 08.08.2015

Өфөлә тимер аттар көрәше ойошторолдо. Бер майҙанда ике тиҫтәнән ашыу автомобиль бер-береһенең ныҡлығын һынаны.

Бәйгелә икенсе тапҡыр ҡатнашыусы Никита Фоминдың машинаһының двигателе юғары ҡеүәтле. Был ҡалған ҡатнашыусыларҙы ҡурҡытыу өсөн тип шаярта автомобиль хужаһы. Ә бына үҙгәртеп ҡоролған деталдәр тураһында һөйләргә ашыҡмай, ул барыһы өсөн дә сер булып ҡала.
Бәйгелә үҙгәртеп ҡоролған Рәсәй машиналары ҡатнаша. Уларҙы танырлыҡ та түгел. Хәүефһеҙлек өсөн автоһәүәҫкәрҙәр машина салонына торбалар ҡуйған. Ә тимер ат майҙанда оҙаҡ алыша алһын өсөн, капоттағы деталдәр салон эсенә, йә иһә машинаның артына күсерелгән.  Шулай уҡ техникаларҙың тәҙрәләре лә, фарҙары ла юҡ.
Майҙан алдында тамашасыларҙан оҙон сират барлыҡҡа килде. Бәйгене ҡарарға меңәрләгән кеше йыйылды.
Майҙанға сығыуға машиналар бер-береһен төкөй башлай. Бәйгенең төп маҡсаты - тимер аттар һүнергә тейеш түгел. Сағыу тамашаны барыһы ла ҡыҙыҡһынып ҡарай, видеоға төшөрә. Майҙанда ир-егеттәр менән бер рәттән бер ҡыҙ ҙа көрәшә.Тамашасыларҙың күбеһе «Тимер леди» өсөн янып-көйҙө.
Бәйге бер нисә өлөштән торҙо. Тәүҙә майҙанда бер нисә машина бәрешә, күптәре сафтан сыҡҡас, икенселәре ҡушыла. Һуңынан ярымфинал. Һөҙөмтәлә бар машиналар араһында берәү генә тороп ҡала. Еңеүселәргә  кубоктар тапшырыла.
Әлбиттә был ялтырап торған матур тимер аттар бәйгелә ҡатнашмай. Бында Рәсәй һәм сит ил ретро-машиналары күргәҙмәһе ойошторолған. Мәҫәлән ошо газ 21 автомобиле 1962-се йылда ҡоролған. Шуға ҡарамаҫтан уны Өфө урамдарында йыш күрергә мөмкин.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика