«Горобзор» позитив-порталы ойошторған «Интернет һайлау 2014» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Горобзор» позитив-порталы ойошторған «Интернет һайлау 2014» конкурсы еңеүселәре билдәләнде 17.12.2014

15 ноябрҙән алып баш ҡала халҡы интернет киңлектәрендә  баш ҡаланың иң яҡшы ойошмаларын һайланы. Етенсе тапҡыр ойошторлоған конкурста ун өс номинация буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Халыҡ ҡарамағына баш ҡаланың төрлө тармаҡтарында  эшләүсе компаниялар, кибеттәр, туҡландырыу һәм күңел асыу үҙәктәре, кинотеатрҙар , мәҙәниәт усаҡтары тәҡдим ителде. Еңеүселәр «Интернет йәмғиәте тәҡдим итә» тип исемләнгән дипломдар менән бүләкләнде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был конкурс баш ҡалала халыҡты  хеҙмәтләндереү өлкәһен яҡшыртыуға ҡоролған. Башҡортостан юлдаш телеканлын интернет һайлаусылар иң яҡшы киң мәғлүмәт сараһы тип билдәләгән.
Ирина Бабикова, «Горобзор.ру» позитив-порталы баш мөхәррире: «Беҙҙең маҡсат баш ҡала тормошон мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен яҡшыртыу . Халыҡ үҙе беҙҙең порталға инеп ойошмалар рейтингын булдыра. Иң күп тауыш йыйғандар еңеүсе тип билдәләнә. Ә уларға инде башҡалар ҙа эйәрә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку