Герой тыуған еренә ҡайтты

Герой тыуған еренә ҡайтты 17.10.2015

Бөгөн Благовещен районының Шәрип ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Нәсибулла Сыртлановты ерләү тантанаһы үтте. Яҡташыбыҙ 1943 йылда истребителдәр полкы составында Кубан өсөн һуңғы алышҡа инә. Уның самолет ҡалдыҡтарын августа Краснодар эҙәрмәндәре таба. Летчиктың шәхесе асыҡланғас, уның туғандарына хәбәр ителә.

Герой хөрмәтенә һуңғы залп. Шәриптәр яҡташтарының тыуған ауылында ерләнеүенә сикһеҙ шат. Оҙаҡ йылдар кесе лейтенант Нәсибулла Сыртлановтың кәүҙәһе Краснодар ерендә ята. Летчикты Башҡортостанға ҡайтарыуға эҙәрмәндәр күп көс һала. Уларға Нәсибулла Йыһанша улының туғандары сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
Нәсибулла Сыртлановтың кәүҙәһе самолет эсендә табыла. Асыҡланыуынса, ул 1943 йылдың 25 февралендә һәләк була. Тап шул көндө ул әйҙәүсе самолет менән немец «Мессершмиттарына» ҡаршы көрәшкә инә. Һәм патрондары бөткәс, ғүмерен фиҙа ҡылып дошманды таранлай. Ҡыйыулығы өсөн Нәсибулла Сыртланов «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены менән наградлана. Яуҙаштары уны оҫта летчик булараҡ иҫкә ала. Яҡташтарының яу юлы, ҡаһарманлығы хәҙер балаларға ла өлгө буласаҡ.
Нәсибулла Сыртланов әсәһе янында ерләнде. Яҡташтарының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләгәс Шәриптәр өйҙәренә таралышты, ә эҙәрмәндәр артабан тағы ла эшкә тотонмаҡсы. Сөнки һуңғы һалдат ерләнмәйсә һуғыш тамамланмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку