Герой бюсына икенсе һулыш 10.05.2016

Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Виктор Безценныйҙың батырлығына һоҡламаған кеше юҡтыр. Һуғыш башланғас та ул республикаға Донецк өлкәһенән эвакуациялана.

Артабан егет Ҡыҙыл армия сафына алына. 1943 йылда Виктор Николаевич үҙенең ротаһы менән тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһын йөҙөп сыға. Икенсе ярҙа нығынған совет һалдаттары немецтар менән аяуһыҙ һуғыша. Был ваҡытта ауыр яраланған  Виктор Безценный рота менән етәкселек итеүен ташламай.  Күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бөйөк Еңеү байрамы  уңайынан Иглин районы үҙәгендә яугирға бюст асылды.
Геройға бюст 2005 йылда уҡ асылған була. Әммә әлегә тиклем ул 1-се мәктәптең элекке биләмәһендә тора. Быйыл Иглиндәр һынды яңы урынға күсерергә ҡарар итә. Ошо уңайҙан ойошторолған байрам митингына һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре саҡырылды. Улар йәш быуынға  яуҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне, һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашты.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика