Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ойошторолоуға 70 йыл

Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ойошторолоуға 70 йыл 09.06.2015

Был төркөмгә 1945-се йылда, Бөйөк Ватан һуғышында немец илбаҫарҙарын еңгәндән  һуң нигеҙ һалына. Төркөмдөң тәүге баш командующийы итеп Еңеү маршалы Георгий Жуков тәғйенләнә. Германияла хеҙмәт итеүгә иң яҡшы хәрбиҙәр һайлап алына. Сит илдәге төркөм 1994-се йылда ғына тарҡала. Ярты быуатҡа  яҡын ваҡыт эсендә  Германияла меңдәрсә яҡташыбыҙ   хеҙмәт итә. Бөгөн улар Хәрби Дан музейына тантанаға йыйылды.

Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөндә бергә хәрби бурысын үтәгән  хеҙмәттәштәренең яҙмышы киләсәктә  Азат Мағазовтың әҙәрҙәре нигеҙенә ята.  Яҙыусы Азат Мағазов Германияла 1965-1972-се йылдарҙа хеҙмәт итә. Харьковтағы авиаштурмандар училищеһын тамамлаған,   яу юлын үткән  егет һауа  көстәренә эләгә.  Германияла уға  данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Иван Пстыгоның ҡул аҫтында хеҙмәт итеү бәхете тейә.  
Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмөнә өлгөлө характеристика менән килгән, физик яҡтан көслө егеттәр генә һайлап алына. Ул элиталы төркөм тип йөрөтөлә. Хәйбулланан Нурғәле Мөхәмәтйәров Германияла танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, әле ул Башҡортостан ойошмаһын   етәкләй.
Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөмө ветерандарынң осрашыуы бөгөн тәүге тапҡыр үтте, унда  әүҙем ағзалар бүләкләнде, эш йүнәлештәре билдәләнде.  Элиталы төркөм ветерандары  һәләк булғандарҙың ҡәберен тәрбиәләүгә, патриотик тәрбиәгә иғтибарҙы арттырырға нитәләй. Улар фекеренсә, был йүнәлештәге эшмәкәрлек йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон   үҫтерәсәк һәм хәрби бурысҡа хөрмәтте  арттырасаҡ.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика