Германия тотҡонлоҡта булған Советтар Союзы яугирҙарына ике мең ярым евро күләмендә компенсация түләргә йыйына

Германия тотҡонлоҡта булған Советтар Союзы яугирҙарына ике мең ярым евро күләмендә компенсация түләргә йыйына 10.03.2016

Аҡсалата ярҙамға тик ветерандар үҙҙәре генә дәғүә итә ала, ул икенсе кешеләргә - туғандарына бүленмәй. Әлеге көндә Рәсәйҙең Оборона министрлығы тарафынан ебәрелгән исемлек буйынса Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы оло йәштәгеләргә документ йыйырға ярҙам итә.

Документтарҙы Германияға 2017 йылдың 30 сентябренә тиклем ебәрергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ йылдарҙа тотҡонлоҡҡа эләгеп, бөгөн иҫән ҡалыусылар күп түгел. Был матди ярҙамды төбәктән тиҫтәгә яҡын ғына кеше аласаҡ. Тарихсылар, политологтар белдереүенсә, Германия был аҙымға юҡҡа ғына бармай. Компенсация түләүҙәре аша был ил совет һалдаттары алдында үҙ ғәйебен танып, башҡа илдәр алдында абруйын күтәрергә тырыша.
Тарихсылар иҫәбе буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында немецтарға тотҡонлоҡҡа биш миллиондан ашыу совет һалдаты эләгә. Улар араһында Өфөнән ветеран Жәүит Күҙәев та була. Уҙаман бер нисә концлагерҙы үтә, ҡаты язаларға дусар ителә. «Германия иле тәҡдим иткән матди ярҙам әсирлекте үткән яугирҙарҙың йөрәк яраларын уңалта алмаясаҡ»,- ти ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика