География фәне буйынса ойошторолған олимпиада еңеүселәре «Артек»та  ойошторолған заездан  ҡайтты 16.10.2015

Халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеү мөмкинлеге төрлө кимәлдәге олимпиадала ҡатнашыусы 16 балаға бирелгәйне.

Файҙалы ла, күңелле лә ял. Халыҡ-ара балалар үҙәгендә малай-ҡыҙҙарға өс аҙнаға яҡын заезда 13 экспедиция, 11 оҫталыҡ дәресе үткәрелә. Уҡыусылар үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен, тәьҫораттарын Рус география ойошмаһы бүләк иткән баҫыу көндәлектәренә теркәй.
Беҙҙең отрядта еңеүҙәр бар: 2 һәм 3 урындар. Икенсе урынды -геоквеста, өсөнсө урынды баҫыу көндәлектәрен алып барыуҙа яуланыҡ.
«Артек» лагерында Рәсәй төбәктәренән 600-гә яҡын бала ял итә, уларҙың 320-һе Рус география ойошмаһынан. Сменаны асыу тантанаһына тиклем, балалар өсөн геоквест, төрлө уйындар ойошторола. Тәбиғәт күренештәрен фотоға төшөрөү, картография, турпоход кеүек махсус дәрестәр, 320 бала ҡатнашлығындағы флешмоб былар барыһы ла үҫмерҙәрҙең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра.
Был балалар үҙҙәренә буласаҡ һөнәрҙе һайлағандарҙыр. Нисек булһа ла тормоштарын география менән бәйләрҙәр. Уҡытыусы булырмы, сәйәхәтсе булыпмы, йә булмаһа, география менән бәйле башҡа һөнәр эйәһе булып китерҙәр тип ышанам.
«Артек»та  уҡыусылар ғәмәли белемдәрен практикала нығыта. Ер-һыуҙы, риүәйәттәрҙе өйрәнеп, ниндәй ағастар, үҫемлектәр барлығын тикшереп экологик һуҡмаҡ төҙөйҙәр. Смена аҙағында баҫыу көндәлектәренә яҙа барған күҙәтеүҙәрҙе сәхнәләштерәләр.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика