Гәзит-журналға яҙылырға онотмағыҙ!

Гәзит-журналға яҙылырға онотмағыҙ! 09.12.2014

Рәсәй почтаһы матбуғатҡа яҙылыу декадаһын иғлан итте. 5-се декабрҙән 15-нә тиклем федераль һәм  милли баҫмаларға яҙылыусылар ташлама менән файҙалана ала.  Редакция хеҙмәткәрҙәре кампанияға ҙур өмөт бағлай. Ни тиһәң дә, был мөһим эште һуңға ҡалдырырға яратыусылар өсөн иң ҡулай осор.  

Флидә Хәбибуллина менән Талип Йосопов республика яңылыҡтары менән даими танышып барырға тырыша. Хаҡлы ялдағылар буш ваҡытын сканворд сисеп, мәҡәлә, ҡыҙыҡлы көләмәстәр уҡып  уҙғара. Оло быуын вәкилдәре гәзитте өйгә алдырып уҡырға күнеккән. Яратҡан баҫмаңды теләгән ваҡытта ҡулыңа алып уҡырға мөмкин, ти улар.
Милли баҫмаларҙың тоғро уҡыусылары 5-се декабрҙән 15-нә тиклем яратҡан гәзит-журналдарына 10 процент ташлама менән яҙыла ала.  Бының өсөн Рәсәй почтаһы 600 һум күләмендә аҡса йүнәлткән.
Борис Слуцкий, «Рәсәй почтаһы» дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе: «Ун көн эсендә уҡыусыларға федераль баҫмаға 5, милли баҫмаға 10 процент күләмендә ташлама яһала. Статистика күрһәтеүенсә, Бөтә Рәсәй яҙылыу декадаһында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар арта, уҡыусылар ташламалар менән ҡулланып ҡалырға тырыша».
Статистикаға күҙ һалһаң, Рәсәйҙә гәзит-журналдарға яҙылыусылар йыл һайын 10 процентҡа  кәмей. Быға берәүҙәр заман технологияһы, интернет, радио-телевидение йоғонто яһай тиһә, икенселәр һүлпәнлекте почта элемтәһе эшмәкәрлегенә бәйләй.  Сөнки матбуғат баҫмаларының уҡыусыға ваҡытында барып етеүе өсөн тап улар яуаплы.
Матбуғат баҫмаларына заман үҙ талабын  ҡуя. Улар уҡыусы күңелен рухи яҡтан байытып, көнүҙәк, дәлилле мәҡәләләр тәҡдим итергә бурыслы. Был йәһәттән республика баҫмаларын үҙ маҡсатына тоғро. Башҡортостандың күп уҡыған төбәк икәнен иҫәпкә алып, тап шулай тип әйтергә мөмкин. Баҙар иҡтисады шарттарында уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн «Йәшлек» гәзите үҙенсәлекле акцияларын ойоштороуҙы дауам итә.
Башҡортостан матбуғат баҫмаларына яҙылыу буйынса Рәсәйҙә беренсе урынды биләй. Республикала йәшәүсе халыҡтың 50 проценты гәзит-журналдар алдырһа, Мәскәүҙә улар ни бары 5 процен самаһы.  Әммә хаҡтар күтәрелеү сәбәпле, төбәк  гәзит-журналдары  йылдан-йыл уҡыусыларын юғалта. Милли баҫма телде, рухиәтте һәм аңды үҫтереүсе көс булып тора. Шуға күрә йәш быуындың киләсәген хәстәрләгән кеше  милли гәзит-журналдарҙан  ситтә ҡалмаясаҡ.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку